Шул дәүер эсендә районда ул етәкләгән “Толпар” өлгөлө ҡурайсылар һәм 2021 йылдан “Йәйғор” башҡорт халыҡ ҡоралдары халыҡ ансамблдәренең төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһауҙары, районда мәҙәни сараларҙың уртаһында булыуҙары һәм халыҡҡа ысын-ысындан рухи байрам бүләк итеүҙәре артында, әлбиттә, етәксенең күҙгә күренмәгән, әммә бик ҙур хеҙмәте ята. Фәйез Зәки улы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып үҫкән. 1998 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, һуңынан ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт халыҡ инструменттары оркестры һәм ҡурайсылар бүлеген тамамлаған.
Бөгөнгө көндә “Йәйғор” халык оркестры ансамблен етәкләй, шулай уҡ Шәрипҡол, Иҫке Муса ауылы балаларын да ҡурай серҙәренә өйрәтә. Әңгәмәлә уның менән башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай, уның серҙәре һәм эшендәге уңыштары хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ.
- Фәйез Зәки улы, һеҙ ҡасан тәүге тапҡыр серле ҡурай моңон ишеттегеҙ? Һеҙҙең тәүге тәьҫораттарығыҙ?
- Беҙ бала саҡтан ҡурай моңон, башҡорт халыҡ йырҙарын телевизорҙан ишетеп үҫкән быуын. Тәүге тапҡыр 10-11 йәштәр тирәһендә Ишембай ҡалаһынан ҡунаҡҡа килеп йөрөгән нәҫел тейешле ағайҙың өйөбөҙҙә ҡурай тартҡанын тыңлау бәхете тейҙе. Шул саҡ миңә был серле үләндең моңо бик сихри һәм тылсымлы кеүек тойолдо.
Нәҡ шул ваҡыттарҙа ауыл магазинына һатыуға матур ғына ялтырап торған гармундар алып ҡайттылар. Кәштәлә һуңғы гармун һатылып бөткәнгә тиклем атай-әсәйемдән гармун алып биреүҙәрен һорап, тәгәрәп ятып илағанымды хәтерләйем. Ләкин, ул саҡтарҙа аҡсаға ҡытлыҡ булғанғалыр инде, миңә уны барыбер алып бирмәнеләр. Байтаҡ йылдар үткәндән һуң, минең сәнғәт юлынан киткәнемде күреп, әсәйем барыбер ошо юлды һайланың, шул саҡта уҡ гармун алып бирергә кәрәк булған, тине.
- Нисә йәштә уйнарға өйрәндегеҙ?
- 9-сы кластарҙа уҡығанда мәктәпкә күренекле ҡурайсы Азат Айытҡолов лекция-концерт менән килде. Шул концерттан һуң уның менән беҙҙең мәктәпкә килеп уҡыусыларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтеү тураһында һөйләшеп-килештеләр. Азат Миңлеғәли улы тәүге дәрескә үк бер ҡосаҡ үлән ҡурайы алып килеп, уларҙы 20-25 сантиметр тирәһендә турап таратып бирҙе лә, беҙгә һыҙғыртып тауыш сығарырға ҡушты. Шунда уҡ тауыш сығара алғандарға ҡурайҙар эшләп бирҙе. Мин тәүге тапҡырҙан уҡ һыҙғырта алмағас, миңә ҡурай эләкмәне. Кәйефем бөткәнен күреп, әсәйем Азат ағай менән һөйләшеп, бер ҡурай алып ҡайтып тотторҙо. Икенсе дәрескә инде мин өйҙә ҡурайҙы арыу ғына һыҙғыртырға өйрәнеп барҙым.
Ул саҡтарҙа ҡурайҙа өйрәнергә теләүселәр бик күп булды. Азат ағай Айытҡолов бер килгәндә һәр беребеҙгә берәр көй өйрәтә лә, мәҫәлән “Әпипә”, “Бөрлөгән”, “Гөлнәзирә” һәм башҡа көйҙәрҙе, икенсе килгәнгә тиклем бер-берегеҙҙән өйрәнегеҙ тип ҡайтып китә. Беҙ икенсе дәрескә тиклем егерме көй үк булмаһа ла, 10-15-ләп көй өйрәнеп ҡуябыҙ. Шунан ул килгәс, тыңлап ҡарап, дөрөҫөрәк уйнамаһаҡ, хаталарҙы төҙәтеп, дөрөҫ итеп уйнарға өйрәтә ине.
- Ә ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү ауырмы?
- Иң ауыры – тауыш сығарыу, бармаҡтарҙы ҡуйыу. Барыһы ла кешенең үҙенән тора. Теләк булырға тейеш. Ғөмүмән, музыканы ишетеү һәләте һәр кемгә лә бирелгән, уны үҫтерергә генә кәрәк.
- Үҫмер саҡта үҙегеҙҙе сәнғәткә арнармын тип уйлай инегеҙме? Нисек был һөнәргә килдегеҙ?
- 11 класты тамамлағандан һуң ауылдан дүрт уҡыусы сәнғәт училищеһына ла имтихандар бирҙек. Зөлфиәне ? вокалға, мин ҡурай класына ҡабул иттеләр, ҡалғандар имтиханды тапшыра алманы. Шулай итеп, Өфө сәнғәт училищеһы студенты булып киттем.
1-се курсты тамамлағандан һуң армия хеҙмәтенә алындым. Йыл ярым Алыҫ Көнсығышта Ҡытай границаһында ил сиге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем.
- Армия хеҙмәтендә ҡурайҙа уйнарға тура килдеме?
- Әлбиттә, унда ла үҙем менән ике ҡурай алып киттем. Хеҙмәт итеү осоронда тынлы инструменттар ансамблендә уйнап йөрөнөм. Концерттарҙа баянға ҡушылып ҡурайҙа уйнаған номерҙы ла индерҙеләр. Ул яҡтарҙа башҡорттар бик күп йәшәй ине. Шулай, Беробиджан ҡалаһында бер концертта баян һәм ҡурайҙа башҡорт көйҙәре менән сығыш яһағанда, бөтә зал менән аяғүрә баҫып алҡышланылар. Шул ваҡыт бисҡа сығырға тура килде. Бынан һуң концерттарға беҙҙең номерҙарҙы күберәк индерҙеләр.