Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар 2025, 16:32

Баш мөхәррир махсус хәрби операцияла һәләк булған

Был ҡарарҙы ул махсус операция башланғандан алып башында йөрөтә...

Баш мөхәррир махсус хәрби операцияла һәләк булғанБаш мөхәррир махсус хәрби операцияла һәләк булған
Баш мөхәррир махсус хәрби операцияла һәләк булған

Махсус хәрби операция биләмәһендә "Победа" гәзитенең баш мөхәррире Винер Йыһаншин һәләк булған. Уның тураһында коллегалары яҙып сыҡты.

Винер Фларис улы 2024 йылдың 30 октябрендә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, үҙ теләге менән Ватанды һаҡларға китә. Штурм ротаһына эләгә.

Юлға сығыр алдынан Винер Фларис улы коллегаларына был аҙымды аңлы рәүештә, уйлап эшләүен әйткән. Был ҡарарҙы ул махсус операция башланғандан алып башында йөрөтә. Ватанды һаҡлау, егеттәргә алғы һыҙыҡта “Еңеү”ҙе яҡынайтыуҙа ярҙам итеү үҙенең бурысы тип иҫәпләй ине.

– Дошман шул тиклем яҡын булғанда, мин ситтә ҡала алмайым, - тине ул. – Ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, тотош илебеҙ хәүефһеҙлектә булырға тейеш. Тик бергәләп кенә беҙ дошманды еңә алабыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булыр тип ышанам!

Коллектив менән Винер Фларис улы 12 ноябрҙә бәйләнешкә сыҡҡан. Әҙерлектең тамамланыуы тураһында хәбәр итә, оҙаҡламай яу башланасаҡ ти. Ике көндән һуң яңынан коллегаларына сәләм еткерә һәм йәнә: "Еңәсәкбеҙ!" - тип әйтә. Был уның һуңғы һүҙҙәре була. Бүтәнсә ул бәйләнешкә сыҡмаған.

Винер Фларис улы Йыһаншин 1964 йылдың 1 ғинуарында Борай районының Ғүмәр ауылында тыуған. 1990 йылда “Филология” белгеслеге буйынса Караганда дәүләт университетын тамамлаған. Саранск ҡалаһындағы урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

“Победа” гәзите редакцияһына 1997 йылда хәбәрсе булып эшләргә килә. 2016 йылда баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгән.  2005 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы.

Ул ысын мәғәнәһендә һөнәр оҫтаһы, яҡшы ир һәм һоҡланғыс ҡыҙының атаһы булған.

“Победа” гәзите редакцияһы һәм бөтә Бөрө мәғлүмәт үҙәге, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы өсөн был ҙур юғалтыу.

Беҙ Винер Фларис улының туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.  Беҙҙең өсөн ул Герой булып ҡаласаҡ!

Тиҙҙән Винер Фларис улы менән бәхилләшеү була. Был дата тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.

Сығанаҡ: https://birskpress.ru/news/novosti/

2025-01-15/na-svo-pogib-zhurnalist-redaktor-gazety-pobeda-birskogo-rayona-4084363 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас