Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Тәғәйенләнгән бөтә эшегеҙҙе лә ваҡытында башҡарырһығыҙ. Хат та бер ниндәй ярҙам кәрәкмәҫ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла кесе йомала ыңғай ваҡиға булыр.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шишәмбелә элек башлаған ниндәйҙер ҙур эшеге77е уңышлы тамамлау өсөн форсат килеп сығыр. Артабан дәртләнеп яңы мәсьәләләргә тотонорһоғоҙ. Бәғзеләр был арала элекке бәйләнештәрен нығытыр.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Тура һүҙле булыуығыҙҙан файҙа күреүегеҙ ҙә ихтимал. Янығыҙҙағыларға был мотлаҡ оҡшар, моғайын, фекерҙәштәрегеҙ ҙә күбәйер. Кемдер ниндәйҙер сетерекле мәсьәләне тулыһынса аңлар шикелле.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Көндәр үтә мәшәҡәтле килмәксе. Бер юлы бер нисә эш менән булышырһығыҙ. Шулай ҙа барыһын да үҙаллы булдырырһығыҙ. Кесе йомала алыҫтан яҡшы хәбәр килер.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙна ыңғай ваҡиғалар килтерер. Күптәр яҡшы кәйеф, яңы өмөттәр менән йәшәр. Шишәмбелә генә эшегеҙҙә килеп сыҡҡан мәсьәләләр бер аҙ эсегеҙҙе бошорор. Ғаилә ағзалары был арала бер-береһен һәр саҡ аңлап торор.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Күпте булдырырһығыҙ. Бәғзеләр тулыһынса яңы уй-ниәттәр менән йәшәр. Шаршамбыла кемгәлер яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға тура килер. Ваҡыт үткәс, был аҙымығыҙҙың дөрөҫ булыуы иҫбатланыр.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Шишәмбенән һуң яңы мөмкинлектәр асылыр. Уларҙы дөрөҫ баһалау өсөн һеҙгә бер аҙ ваҡыт кәрәгер. Етди һөйләшеү өсөн кесе йома уңайлыраҡ күренә. Фекерегеҙҙе башҡаларға еткереү ауыр булмаҫ, һеҙҙе дөрөҫ аңларҙар.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Ғөмүмән, һәйбәт көндәр килер. Йондоҙҙар аҡсағыҙҙы уйлап тотонорға ҡуша. Шаршамбыла кәрәкмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ. Ғаиләле арыҫландарҙы йомала ниндәйҙер ҡыуаныслы ваҡиға көтәсәк.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Аҙна араһында ҡәҙимгенән күберәк аралашырһығыҙ. Бәғзеләр менән уртаҡ тел табыуы бер ҙә еңел булмаҫ һымаҡ. Ҡайсаҡ кеше йомоштары менән дә булышырһығыҙ. Кемдер был арала яңы фекерҙәш табылыр, бәлки.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Күтәренке кәйеф менән эш итерһегеҙ. Ҡайһы бер етди ҡарарҙар менән генә бер аҙ ҡыйынлыҡ килеп сығыуы мөмкин. Кесе йомала аҡса йәки бүләк алыуығыҙ бар. Үҙегеҙҙе һәр саҡ ыңғай яҡтан күрһәтерһегеҙ.
Саян ( 24.10 –22.11)
Ҡәҙимге осор. Шаршамбыла ғына хәлдәрегеҙ һеҙ алдан уйлағанса бармауы ла ихтимал. Ярҙам вәғәҙә иткән танышығыҙ һүҙендә тормаҫ. Шулай ҙа иң яуаплы мәсьәләләрҙе үҙаллы сисерһегеҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Шишәмбеләге ҡайһы бер ваҡиға эсегеҙҙе бошорор. Тик уларҙы үҙгәртеү өсөн мөмкинлегегеҙ булмаҫ һымаҡ. Икенсе яҡтан, кесе йома һәм йомала кәйефегеҙҙе күтәрерлек сәбәптәр табылыр.
ӨМӨТБАЙ.