Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Ғинуар , 21:55

Ни өсөн Салауат Фәтхетдинов таңғы биштә генә йоҡларға ята?

Ошо көндәрҙә ғүмер байрамын билдәләгән йырсының тормошонан ҡыҙыҡлы факттар 

Ни өсөн Салауат Фәтхетдинов таңғы биштә генә йоҡларға ята?
Ни өсөн Салауат Фәтхетдинов таңғы биштә генә йоҡларға ята?

Салауат Фәтхетдиновты әсәһе ҡыҙ бала булыр тип көткән.

Йырсының бала саҡ хыялы – зоопарк булдырыу. Был хыялы тормошҡа ашҡан.

Мәктәпте гел “бишле” билдәләренә тамамлаған.

Беренсе уҡытыусыһы – ҡатыны Ләйсәндең әсәһе.

Тәүге эш урыны – Аҡсәйет ауылы клубы. 1981 – 1989 йылдарҙа ошонда мөдир булып эшләй.

1989 йылдан сольный концерттар ҡуя.

Төркиәлә, диңгеҙ ярында, кескәй генә фатиры бар.

Салауат өсөн иң яҡшы ял – мунса.

Таңғы биштәрҙә генә йоҡлап китә ала, сөнки ул – “өкө”.

Яратҡан ризығы – ҡатыны бешергән ҡыҫтыбый.

Ҡатыны Ләйсән 9 йәшкә кесерәк.

Ҡыҙы Алина Голливудта уҡыған, Николас Кейдж класын тәмамлаған.

Тәтешле районының Иҫке Ҡайпан мәктәбе Салауат Фәтхетдиновтың исемен йөрөтә.

Сығанаҡ: t.me/tatar_estrada

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: