Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Ғинуар , 22:38

Ғинуарҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Синоптиктарҙың фаразлауы тағы аптыратты...

Ғинуарҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?
Ғинуарҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

“Гисметео” порталында шулай: айҙың 15-нән һуң Башҡортостанда (Өфөлә) төнөн иң һыуыҡ температура –23 градус (28 ғинуарҙа). Уртаса ике аҙналыҡ температура: көндөҙ –3, –7, төндә –10.

“Яндекс.погода” фаразына күҙ һалһаҡ, температура тотороҡло түгел. Бер төн –13, икенсеһендә –5, артабан –10, 23 ғинуарҙа хатта –22 градус тип яҙылған. “Погода.майл” сайтында ғинуарҙың 18-енән һуң айырыуса һыуыҡ күренә: төнөн урыны менән –27 градус (22, 23, 24 ғинуар) булыуы ла ихтимал.

Рәсәй Гидрометүҙәгенең баш белгесе Роман Вильфанд иһә, көтмәгеҙ, ҡаты һыуыҡ булмаясаҡ, тип ҡабатлауын дауам итә. Бигерәк тә Үҙәк Рәсәйҙә йылы фаразлана. Ямғыр яуыуы, томан төшөүе лә ғәҙәти күренеш һымаҡ буласаҡ икән.

Ә бит “керәшен һыуыҡтары”н берәү ҙә юҡҡа сығармай! Айҙың икенсе яртыһында барыбер ҡыш үҙен һиҙҙерәсәк.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: