Ҡышҡыһын физик әүҙемлек кимәлен йылы миҙгел менән сағыштырғанда һаҡлауы ауырыраҡ. Урамда һалҡын, иртә ҡараңғы төшә, эш һәм мәшәҡәттәр етерлек. Ҡышҡыһын физик әүҙемлекте нисек һаҡларға? Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина профилактикаһы буйынса штаттан тыш баш белгесе, республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең бүлек мөдире Сара Әхтәмова ошо хаҡта кәңәштәре менән уртаҡлашты.
–Сара Хәйҙәр ҡыҙы, физик әүҙемлек өсөн ваҡытты ҡайҙан табырға?
–Уның өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй бит. Көнөнә 10-15 минут бүлеү ҙә етә. Көн тәртибенә файҙалы ғәҙәттәрҙе индерегеҙ: мәҫәлән, иртән ябай ғына гимнастика, кискеһен саф һауала йөрөү йәки еңел генә күнегеүҙәр. Тап ошо ғәҙәттәр һеҙҙе энергияға байытыр һәм стрестарҙы еңергә ярҙам итер.
–Ҡышҡыһын йылы өйҙә йомшаҡ дивандан айырылыуы ауырыраҡ. Был ғәҙәттән нисек арынырға?
–Ялды ла әүҙем хәрәкәттәр менән аралаштырығыҙ. Һәр 30-40 минут һайын урынығыҙҙан тороп һуҙылығыҙ, бер нисә тапҡыр эйелегеҙ. Өй йыйыштырыу, балалар менән уйнау ҙа яҡшы. Саф һауала йөрөргә онотмағыҙ, был физик һәм эмоциональ хәл-торошто яҡшыртыу өсөн бик мөһим ысул. Ҡыш көнө ҡояш яҡтылығы етешмәүен һәм D витамины барлыҡҡа килеүен тәьмин итеү өсөн дә кәрәк. 20-30 минут тышта йөрөү ҙә һеҙгә энергия бүләк итәсәк һәм ҡан әйләнешен яҡшыртасаҡ.
–Ял көндәрендә бөтә ғаилә ағзаларын да хәрәкәтләнергә мәжбүр итерлек, барыбыҙ өсөн дә файҙалы ниндәй физик әүҙемлекте тәҡдим итәһегеҙ?
–Өйҙә бергәләп гимнастика яһарға, бейергә, хәрәкәтсән уйындар ойошторорға мөмкин. Иң ябай күнегеүҙәр ҙә һеҙгә тәнегеҙҙе тонуста тоторға һәм ваҡытығыҙҙы күңелле үткәрергә ярҙам итәсәк. Иң мөһиме, күнекмәләр һәр кемдең кәйефен күтәрһен, шатлыҡ килтерһен. Ябай ғына кәңәштәр ҡышҡы һалҡын көндәрҙә һеҙҙең әүҙемлекте һаҡларға һәм үҙегеҙҙе һәйбәт тойорға ярҙам итер.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.