Яңы йыл байрамын көтөп алаһығыҙмы? Яңы өмөттәр бағлап ҡаршы алған мәл ғаилә менән бер өҫтәл артына ултырып, туған-тыумасалар менән күрешер өсөн ваҡыт. Шулай ҙа күптәрҙең иң яратҡан мәле - шыршы һатып алыу, биҙәүҙер, моғайын. Бала саҡ хәтирәләрен барлап, үткән Яңы йылдарҙы иҫләп алыу мәле. Мин дә шыршы уйынсыҡтары һаҡланған 90-сы йылдарҙағы ауыр сумаҙанды сығарып хәтер сылбырҙарын барлайым... Был сумаҙанда боронғо уйынсыҡтар аҙ – бер тиҫтә самаһы. Әммә һәр береһе күңелгә ҡәҙерле: был шарҙы Өфөгә барғанда һатып алдыҡ, ҡыш бабайҙар - өләсәйҙең йәш сағынан тороп ҡалған, тубырсыҡтарҙы Ҡаҙандан алып ҡайттыҡ. Хәйер бындай иҫтәлекле ҡомартҡылар һәр ғаиләлә барҙыр. Әйткәндәй, әлеге уйынсыҡтарҙы бик ҡыйбатҡа һатырға мөмкин икәнен белеп, аптырашта ҡалдым. Тәүҙә ышанмай торҙом әле. Баҡһаң, коллекционерҙар, ысынлап та, үҙенсәлекле, һирәк осраған уйынсыҡтарға аҡсаларын йәлләмәй икән.
Ҡытай пластигы түгел шул...
Элекке ҡытлыҡ заманалары үтте. Бөгөн шыршы биҙәр уйынсыҡтар бөтөн ерҙә лә һатыла. Уларға ҡарап күҙҙәр ҡамаша. Тик күптәре Ҡытай пластигынан эшләнгән, осһоҙ ғыналар. Уларҙың уңайлығы ла шундалыр инде: еңел һәм ярыла һалып бармай. Ә беҙ бәләкәй саҡта нәҙек кенә быяланан эшләнгән ысын уйынсыҡтар, хуш еҫен аңҡытып торған шыршы, йылына бер генә эләккән мандарин онотолмаҫ хәтирә булып ҡалған. Шыршы биҙәй башлаһаң, мотлаҡ бер-икәүһе ярыла. Уның өсөн эләгә лә әле. Әсәй менән үҙ ҡулыбыҙ менән уйынсыҡ эшләүҙе лә һағынып иҫләргә ҡала.
Советтар Союзында шыршы уйынсыҡтары эшләү буйынса артелдәр 1937 йылда барлыҡҡа килгән. Тәүҙә шарҙарға ул ваҡыттағы Политбюро ағзаларының портреттарын ҡуйғандар, Ленин портреты менән йондоҙҙар, ҡыҙыл армеецтар, дирижаблдәр, картондан төрлө һындар эшләгәндәр. Тап шул мәлдә Яңы йыл һүрәттәренән торған гирлянда сығаралар. Ул әле лә бик популяр биҙәүес. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, әлбиттә, уйынсыҡ ҡайғыһы булмаған. Ябай лампочкаларҙы буяп элгәндәр, ҡағыҙ һәм мамыҡтан эшләнгән уйынсыҡтар менән хушһынғандар.
Һуғыштан һуң етештереү тергеҙелә. Чехия, Германия, Польша илдәренең тәжрибәһе ҡулланыла башлай. Ул ваҡыттағы иң популяр уйынсыҡ – ялтыр самолет. Тап ошо уйынсыҡты 50 мең һумға һатырға була.
Саҡ ҡына һуңғараҡ әкиәт геройҙарын һынландырған уйынсыҡтар популярлыҡ яулай: Чиполлино, Буратино, Пушкин әкиәттәре геройҙары. Тап улар коллекционерҙар тарафынан баһалана һәм юғары сәнғәт оҫталығы ҡулланып эшләнгән тип һанала. Айырыуса 1950 йылда, Алексей Пушкинға 150 йыллыҡты билдәләгәндә уның әкиәттәре буйынса эшләнелгән коллекциялар бик популяр була. Коллекционерҙар әле лә “Алтын әтәс тураһында” әкиәте буйынса эшләнелгән персонаждарҙы эҙләй. Был уйынсыҡтарҙың хаҡы бик ҡыйбат.
Шулай уҡ, ауыл хужалығын тергеҙеү осоро булараҡ, 50-се йылдар ҙа шыршы уйынсыҡтарында сағылыш таба. Виноград, кишер, борсаҡ, помидор, һарымһаҡ һәм, әлбиттә, кукуруза шыршының түренә эленә башлай.
Ә 70 – 80-се йылдарҙа сығарылған уйынсыҡтарҙың баһаһы әллә ни юғары түгел. Уларҙы дүрт-биш меңгә һатырға була. Был заманда илдә уйынсыҡтар етештереү арта. Тубырсыҡ, ҡарһылыу, ҡыш бабай, шарҙар, боҙборсаҡтар һәр бер өйҙә һаҡланалыр.
Белдереүҙәр аптырата
Советтар Союзында етештерелгән уйынсыҡтарға сит илдәрҙә лә ҡыҙығалар. 2010 йылда “Шыршы уйынсыҡтары. 1936 – 1970 йылдар” тигән китап нәшер ителгән. Ошо китапта күрһәтелгән уйынсыҡтарға хаҡтар айырыуса юғары. Был китапта ике меңдән ашыу уйынсыҡ күрһәтелгән. Коллекция булып сығарылған уйынсыҡтарға хаҡ 77 мең самаһы. Уйынсыҡтың хаҡына уның тиражы, үҙенсәлеге, сығарылған йылы һәм, әлбиттә, торошо йоғонто яһай. Саҡ ҡына сыйылған булһа ла, коллекционерҙар уға хаҡты 90 процентҡа тиклем төшөрөүе ихтимал. Иң ҡыйбатлыһы тип 50-се йылдарҙа сығарылған “Милләттәр” йыйынтығы баһаланған. Милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтар республикаларҙы сағылдыра. Улар йәмғеһе - 16. Һуңғыһы Карело-Фин совет Социалистик Республикаһын сағылдырған. Белдереүҙәрҙә был коллекцияның хаҡы 600 мең һум самаһы.
Донъялағы иң ҡыйбатлы шыршы уйынсығы тураһында мәғлүмәтте Интернет селтәрендә табыуы еңел. Уның хаҡы 82 мең евро. Ювелирҙар эшләгән был уйынсыҡ 188 рубин менән биҙәлгән, алтын балдаҡ менән уратылған. Аҡ алтындан эшләнгән өлөшөнә меңләгән бриллиант һалынған. Хаҡы арҡаһында ул Гиннес рекордтары китабына индерелгән! Ә бына Совет осоро уйынсыҡтары араһында иң ҡыйбаты – Пушкин әкиәттәре буйынса эшләнелгән коллекция тип һанала. Уны 600 мең һумға һатырға була.
Баҙарҙа ике иҫәр бар: береһе - һатыусы, икенсеһе - һатып алыусы. Әлбиттә, һәр кем үҙ ҡыҙыҡһыныуынан сығып эш итә. Әммә һеҙҙең уйынсыҡтар араһында хаҡы йөҙ меңдән башланған берәү барҙыр, бәлки! Күҙ һалығыҙ: һары Чебурашка, “Шуба кейгән һылыуҡай”, “Ананас тотҡан индус”, “Пограничник эте менән” айырыуса һорау менән файҙалана. Уларҙың хаҡы йөҙәр мең һумға баһалана.
Автор:Лилия Нуретдинова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите