Ҡатын-ҡыҙҙарҙа яман шеш сире булмаһын өсөн халыҡ табиптары сөгөлдөр кеүәҫе эсергә тәҡдим итә. Ул шулай уҡ организмды шлактарҙан таҙарта.
Сүпрәле кеүәҫ ике-өс тәүлектә әҙер була. 500 грамм сөгөлдөр, өс литр һыу, 50 грамм ҡара икмәк, 10 грамм сүпрә, 100 грамм шәкәр ҡомо алына.
Сөгөлдөрҙө йоҡа итеп телемләп турарға ла һыуға һалып бешерергә. Һыу сөгөлдөрҙө ҡапларлыҡ ҡына булһын.
Бешеп сыҡҡас, сөгөлдөрҙө һыуҙан һөҙөп алырға кәрәк. Был ҡайнап сыҡҡан һыу йылымысҡа әйләнгәс, өҫтөнә ҡара икмәк, шәкәр, сүпрә һалырға ла бер-ике көн ҡараңғы урында тоторға. Һуңынан кеүәҫте һөҙәбеҙ. Ә сөгөлдөрөн башҡа ризыҡ әҙерләгәндә ҡулланырға була.
Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан ярты стаканлап эсергә. Йоҡлар алдынан мауыҡмаҫҡа, сөнки бәүел ҡыуҙыра. Аллергия, ашҡаҙан сирҙәре менән яфаланғандарға ла һаҡ булырға.
ИҒТИБАР! Был яҙма ҡулланма түгел, таныштырыу маҡсатында ғына бирелде. Һәр осраҡта ла дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/shahrikazanda?w=wall-35721178_115804
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.