Былтырғы 2024 йылда Рәсәй халҡы ашауға ҡарағанда күрәҙәселәргә күберәк аҡса сарыф иткән. Үҙегеҙ ҡарағыҙ: кешеләр аҙыҡ-түлек һатып алыуға 2 триллион һум, ә астролог, нумеролог, сихырсыларға 2,4 триллион һум тотонған! Был турала Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге хәбәр итә.
Был хеҙмәттең һөҙөмтәлелегенә халыҡтың 25 проценты ышана, 60 процент бер тапҡыр булһа ла мөрәжәғәт иткән. Илдә иң ҡиммәт хаҡты Себер шамандары ала икән: чакраларҙы таҙартыу 15 мең һумға төшә, ә йән-тәндән бысраҡ энергияны сығарыу - 25 мең һум.
Элек күрәҙәселәргә шәхси тормошҡа ҡағылышлы һорауҙар менән барһалар, былтыр кредит алыр, торлаҡ һатып алыр алдынан йышыраҡ мөрәжәғәт иткәндәр.
Онлайн-күрәҙәлек иткән сайттарҙың популярлығы 38 процентҡа артҡан. Уларҙа ултырыу ваҡыты ла оҙайған. Астрология менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең яртыһы ошондай сайттарға даими инә.
Был өлкә менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күпселеге - 68 проценты ҡатын-ҡыҙ булыуы аптыратмай ҙа инде...
Автор фотоһы.