Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
7 Января 2025, 04:47

Ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындар килә

Водителдәр иғтибарына: айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, буран сығыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы фаразлана.

Ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындар киләҠыҫҡа ваҡытлы һалҡындар килә
Ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындар килә

Яҡын көндәрҙә Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындар килә. Бөгөн, 7 ғинуарҙа, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 9-14 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда 19 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 7-12 градус һалҡын.

Шаршамбы, 8 ғинуарҙа, төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ ҡар, айырым райондарҙа көслөрәк, урыны менән боҙлауыҡ, буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -9,-14 градус, көнсығыш буйынса -17,-22, көндөҙ -3,-8 градус.

Кесаҙна, 9 ғинуарҙа, ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, буран сығыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3,-8, көндөҙ -1,-6 градус була.

Фото: "Башинформ"

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас