Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ғинуар , 15:32

Иремде юғалтҡым килмәй

Дөрөҫөн йәшереп кейәүгә сыҡтым. Ә хәҙер...

Иремде юғалтҡым килмәй
Иремде юғалтҡым килмәй

Балам булмаясағын студент йылдарында уҡ белгәйнем. Ышанманым тип әйтә алмайым, сөнки ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары менән йыш ауырыным. Әммә иҫем китмәне.

Йәш саҡта бала уйлайһыңмы инде? Ғашиҡ та булдым, осраштым да егеттәр менән. Әммә етди мөнәсәбәттәр булманы.

Буласаҡ ирем менән танышҡас ҡына ысын мөхәббәттең нимә икәнен аңланым. Уға ла оҡшаным. Йөрөп киттек. Өйләнештек. Иремә түлһеҙ булыуым тураһында әйтә алманым. Был хаҡта уйламаҫҡа тырыштым. Ирем тәүге йылдары бер һүҙ өндәшмәне бала хаҡында. Әммә йылдар үтә торғас был хаҡта әйтә башланы. Асыҡтан-асыҡ әйтмәһә лә, "киләһе йылға улыбыҙ булыр ул" тип ебәрә. Өндәшмәйем.

Ҡәйнәм дә "Берҙән - бер улыбыҙҙың балалары күп булыр тип уйлаһам" тип әйтә башланы. уларҙың ғаиләһендә ирем генә. Ә мин әйтә алмайым. Ирем белгәс мине ташлар тип ҡурҡам. Йәки "нимәгә өйләнер алдынан әйтмәнең!" тип ғәйепләр тип ҡурҡам.

Өндәшмәүем көндән-көн ҡурҡыныс була бара. Нимә генә эшләргә икән?! Иремде юғалтҡым килмәй!

Р.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: