Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Ғинуар 2025, 16:04

Яугирҙәрҙең балаларына пособие

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең балаларына ай һайын социаль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Яугирҙәрҙең балаларына пособиеЯугирҙәрҙең балаларына пособие
Яугирҙәрҙең балаларына пособие

Был мөһим аҙым Ватанды һаҡлаусыларҙың, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә финанс ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
“Айырым категория хәрби хеҙмәткәрҙәренең балаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары күрһәтеү маҡсатында ҡарар итәм:
1. Рәсәй Федерацияһы субъектында (балаларҙың йәшәгән урыны буйынса) билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәленә тиң күләмдә махсус хәрби операция йәки Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһендә контртеррористик операция үткәреү биләмәләрендә бурыстар үтәгәндә әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына айлыҡ социаль түләүҙе билдәләргә”, - тиелә документта.
Башҡа түләүҙәргә был социаль пособие йоғонто яһамаясаҡ. Айлыҡ түләү командирҙың бойороғонда күрһәтелгән әсирлеккә алыу йәки хәбәрһеҙ юғалыу датаһы менән билдәләнә, әммә 2024 йылдың 1 декабренән дә алдараҡ түгел.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас