Республикала алты йыл дауамында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән. Был хаҡта төбәк Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Төбәк проекты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Төбәк проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала 333 яңы фермер хужалығы булдырылды. 129 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярҙам алды. Ҡулланыусылар кооперацияһына 10 мең яңы ҡатнашыусы йәлеп ителгән, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
2024 йылда милли проект сиктәрендә Башҡортостандың ауыл эшҡыуарҙарына 293,6 миллион һум аҡса бүленгән, дәүләт ярҙамы лимиттары тулыһынса үҙләштерелгән. Былтыр 11 ай эсендә республика фермерҙары 30 миллиард һумға яҡын ауыл хужалығы продукцияһы етештергән. Фермер хужалыҡтары башлыса үҫемлек продукцияһын етештереүгә махсуслаша (яҡынса 71,5 процент). Фермерҙар республикала етештерелгән игендең 36, көнбағыштың 32, шәкәр сөгөлдөрөнөң 22, картуфтың һәм йәшелсәнең 6,5, иттең 5,7 һәм һөттөң 11 процентын етештерә.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru