Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Ғинуар 2025, 09:29

Башҡортостанда иң ҙур мәктәп төҙөлөшө быйыл тамамлана

Обьектта 80-гә яҡын кеше һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән. Майҙаны 34 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән мәктәптә 95 класс ойошторола.    

Башҡортостанда иң ҙур мәктәп төҙөлөшө быйыл тамамланаБашҡортостанда иң ҙур мәктәп төҙөлөшө быйыл тамамлана
Башҡортостанда иң ҙур мәктәп төҙөлөшө быйыл тамамлана

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты (нацпроект “Жилье и городская среда”) буйынса Өфөләге "Кузнецов затоны" биҫтәһендәге мәктәп 50 процентҡа әҙер. 

“Әлеге ваҡытта төҙөүселәр фасад һәм ҡыйыҡ, вентиляция эштәре һәм эске электр тәьминәте һәм тәҙрә конструкцияларын монтажлау менән шөғөлләнә. Бынан тыш, тышҡы һыу менән тәьмин итеү һәм ямғыр канализацияһы ҡоролмаһы буласаҡ. Обьектта 80-гә яҡын кеше һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән. Майҙаны 34 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән мәктәптә 95 класс ойошторола. Унда информатика, музыка, һынлы сәнғәт, 3d-интерактив кабинеттары  асыласаҡ. Бынан тыш дүрт спорт залы, фото, кино һәм театр студияһы, нәшриәт үҙәге, робототехника түңәрәге йыһазландырыла.

Мәктәп биләмәһендә ике баскетбол майҙансығы һәм мини-футбол майҙансығы, теннис корты, йүгереү юлдары урынлашасаҡ. Стимул федераль программаһы 2011 йылда эшләй башлай, ә һуңыраҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына инә. Ул яңы торлаҡ райондарында социаль һәм коммуналь инфраструктура төҙөлөшөн субсидиялауҙы күҙ уңында тота: мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар, таҙартыу ҡоролмалары һәм хатта автомобиль юлдары. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың май ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

https://xn--80aapampemcchfmo7a3c9ehj.xn--p1ai/news/stroitelstvo-krupneyshey-v-bashkirii-shkoly-zavershitsya-osenyu-2025-goda/

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас