Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
4 Января 2025, 13:20

Бала тюбингта тауҙан шыуғанда бағанаға бәрелгән

Стадион биләмәһендә тюбингта шыуыу тыйылған булған.

Бала тюбингта тауҙан шыуғанда бағанаға бәрелгәнБала тюбингта тауҙан шыуғанда бағанаға бәрелгән
Бала тюбингта тауҙан шыуғанда бағанаға бәрелгән

Был хәл 1 ғинуар кисен Белорет ҡалаһының “Металлург” стадионы биләмәһендә була. Баланы Баш мейеһе һелкенеүе диагнозы менән Белорет дауаханаһының травма бүлегенә оҙатҡандар.

Һуңыраҡ асыҡланыуынса, Өфө районынан ата-әсәһе менән ҡунаҡҡа килгән 11 йәшлек малай зыян күргән.

“Металлург” стадионы етәкселеге белдереүенсә, стадион биләмәһендә тюбингта шыуыу тыйылған, был хаҡта иҫкәртеү иғландары ла бағаналарға эленгән.

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, балаларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында ономағыҙ, тик махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына тау шыуығыҙ.

Фото сығанағы:  https://t.me/c/2188281325/2430

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас