Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
2 Ғинуар 2025, 08:50

Йылан йылында тыуғандар яңы йылға ниндәй өмөттәр бағлай?

Әлфиә Ирмәкова, Алайғыр ауылы: - Йылан йылында тыуһам да, мин йыландарҙан бик ҡурҡам. Шулай ҙа йыланды тыныслыҡ һөйөүсе йән эйәһе булараҡ, һуғыш бөтөп, еребеҙгә тыныслыҡ килер, тигән өмөттә көтәм.

Йылан йылында тыуғандар яңы йылға ниндәй өмөттәр бағлай?Йылан йылында тыуғандар яңы йылға ниндәй өмөттәр бағлай?
Йылан йылында тыуғандар яңы йылға ниндәй өмөттәр бағлай?

Яңы йылға аяҡ баҫҡанда ғәмәлдәребеҙ изге, ризыҡтарыбыҙ хәләл, күңелебеҙ тулы иман булһа, теләктәребеҙ ҡабул булыр. Йыланға иҫке ҡабығынан ҡотолоу хас. Тимәк, иҫке проблемаларҙан ҡотолоп, “яңыртылған килеш” яңы йылға керәйектер. Иң мөһиме, һаулыҡ кәрәк. Йәшәйек әле сәләмәт булып.

Әсҡәт Яҡупов, Иҫке Бәпес ауылы:
- Минең иң ҙур теләгем: һуғыш тиҙерәк тамамланһын да махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәр иҫән-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһындар. Улар араһында ейәнебеҙ Искәндәр ҙә бар. Уның иҫән-имен ҡайтыуын көтәбеҙ. Киләһе йыл бар ғаиләләргә лә именлек, байлыҡ алып килһен, уңышлы булһын. Илебеҙ яңынан нығынып, иң алдынғы илдәр исемлегенә инһен.

Әлиә Байғусҡарова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Йәй уртаһында яңы йортобоҙға сыҡҡайныҡ. Киләһе йылда йорттағы, гараждағы һәм башҡа эштәрҙе теүәлләргә иҫәп тотабыҙ. Эш кенә түгел, ғаилә менән бергәләп ял итеү ҙә кәрәк. Хозур Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт ҡылырға уй бар. Иҫтәлекле урындарҙа булып, йәмле тәбиғәт ҡосағында ял итеү үҙе ни тора! Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең менән бергә матур урындарҙы күрһендәр.
Атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ менән татыулыҡта, аралашып, ярҙамлашып, бер-беребеҙгә терәк һәм кәрәк булып йәшәргә Хоҙай Тәғәлә насип итһен. Донъялар тынысланһын, күңелдәребеҙ шатлыҡ менән тулы булһын!

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас