+28 °С
Болотло
Радик Ғүмәр улы тәүҙә Стәрлетамаҡ совхоз техникумын, артабан Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Вилданов исемендәге колхозда ветфельдшер булып башлай. Хужалыҡ тарҡалғас, “Агропродукт” йәмғиәтендә эшен дауам итә. Артабан Ҡарлыман ветеринария дауалауханаһында фельдшер, шунан эпизоотолог булып эшләй. Һәм бына өс йыл инде был эш урынын уңышлы етәкләй. Белгес үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы үтәй һәм эште тейешенсә ойоштороуға тос өлөш индерә.