+28 °С
Болотло
Айгөл Әмир ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлағас, интернатураны Стәрлетамаҡтың 2-се ҡала дауаханаһының стационар бүлегендә үтә. Диплом алғас бында алты йыл ҡала кешеләрен дауалай. Тыуған яҡ үҙенә тарта – районға ҡайтып, эшен дауам итә. Изге һөнәр эйәһе Гиппократ антына тоғро ҡалып, бурыстарын намыҫ менән башҡара.
- Бала саҡтан хыялланған эшемде бар күңелемде һалып башҡарам. Табип дарыуҙар менән генә түгел, яҡшы мөнәсәбәт, йылы һүҙ менән дә ярҙам итергә тейеш. Кеше хәленә инергә, тынысландырырға, психолог булырға ла кәрәк”, - ти ул.