Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Ғинуар 2025, 08:37

Аждаһа йылында тыуғандар йылдарын нисек үткәргән?

Юлай Ҡунаҡбаев, Үрге Төкөн ауылы: - Мин – биш ҡыҙ атаһы. Балаларым ейән-ейәнсәрҙәр менән шатландырып тора. Ошо көндәрҙә алтыш йәшемде билдәләнем, быйыл бүләк булып унынсы ейәнем Камил тыуҙы.

Аждаһа йылында тыуғандар йылдарын нисек үткәргән?Аждаһа йылында тыуғандар йылдарын нисек үткәргән?
Аждаһа йылында тыуғандар йылдарын нисек үткәргән?

Ошо көндәрҙә алтыш йәшемде билдәләнем, быйыл бүләк булып унынсы ейәнем Камил тыуҙы. Иң тәүге ейәнсәрем Миләүшә - һыу транспорты (йылға) колледжы студенты. Ул дүрт ай буйы практика үтте - Түбәнге Новгород һәм Ярославль ҡалалары араһында Волга йылғаһы буйлап теплоходта йөҙҙө. Уның ебәргән фотоларын күреп, һөйөнөп торҙом. Уға быйыл 18 йәш тә булып китте! Уны ихлас күңелдән ҡотларға килдек. Ә ейәнсәрем Аделия беренсе класҡа уҡырға төшөп ҡыуандырҙы. Ҡатыным Гүзәлиә менән балаларыбыҙҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәйбеҙ. Шуны әйтергә кәрәк, атай-әсәйемдең иҫән булыуы ла күңелгә рәхәтлек бирә. Улар беҙгә, беҙ уларға терәк-таяныс булып торабыҙ.
Фәнүрә Ғирфатова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Йыл балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр менән аралашып үтеп китте. Азат улым тәүге көндәрҙән үк мобилизация буйынса офицер булараҡ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Туғандар менән бергә уны ҡаршы алып, осрашыуҙар, Ҡөрьән аяттары үткәрҙек.
Йәйен Ҡазан ҡалаһына барҙым. Ҡаланың иҫтәлекле урындарына һоҡландым. Мәсеткә инеп, белгән доғаларымды уҡып сыҡтым. Шулай уҡ Торатауға сәйәхәт ҡылдым. Ғорур Шихан тауға күтәрелеп, тирә-яҡтың матурлығына һоҡландым. Тау башында ла донъяларҙа тыныслыҡ урынлашып, хәрби операцияла йөрөгән уландарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доғалар ҡылдым.
Йыл буйы С.М.Чугункин исемендәге мәктәп бинаһында урынлашҡан штабҡа маскировкалау селтәрҙәре, халаттар үрергә, мендәрҙәр яһарға һәм башҡа эштәр башҡарырға йөрөнөм.
Вилмир Бикмәтов, Боҙаяҙ ауылы:
- Ҡатыным Фәриҙә Фидрат ҡыҙы менән икебеҙ ҙә Аждаһа йылында тыуғанбыҙ. Беҙҙең өсөн йылыбыҙ һәр йылдағыса һәйбәт кенә булды. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлап, татыу йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ өсөн дә шатбыҙ. Икеһе лә Өфө ҡалаһында юғары уҡыу йорттарында уҡыйҙар.
Ғүмер буйы “Артемида” хужалығында механизатор булып эшләйем. Йыл еңелдән булмаһа ла, хужалығыбыҙҙа мул уңыш үҫтерҙек һәм йыйып алдыҡ. Йыл да тиерлек хеҙмәтемде баһалайҙар. Быйыл да район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләндем.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас