Почта бүлексәһе яңы бинаға күсте
Ҡамышлы бүлексәһенә ҡараған почтальондар һәм барлыҡ ауыл халҡы ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе.
Ауыл ерендә почта бүлексәләрен яңыртыу буйынса программаны республика Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәрҙе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төбәктә “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән почта бүлексәләре яңыртыла башланы. Рәсәй Почтаһының яңы модуль бинаһы бик тиҙ арала хасил булған. Был турала Ҡамышлы почта бүлексәһе начальнигы Татьяна Аплеснева: - Октябрҙә генә төҙөй башлағайнылар, бына 16 декабрҙә беҙ яңы бинаға күсеп тә сыҡтыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, күп ерҙәрҙә почта бинаһының майҙаны 25 квадрат метр булһа, беҙҙеке 40 квадрат метрлы. Ҡамышлы почта бүлексәһе алты ауылды хеҙмәтләндерә. Гәзит-журналдарға яҙылыу планға ярашлы бара. Матбуғат баҫмаларын күберәк оло йәштәгеләр алдыра. Күптәр почтанан килеп һатып алыуҙы хуп күрә. Почтальондарыбыҙ Наилә Бикташева, Лидия Ивашова, Миңлегөл Гресик, Флүзә Һөйөндөкова тырышып эшләйҙәр. Ошо яҡты, йылы, матур бинабыҙға бигерәк тә ашығып киләләр, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште. - Почтала эшләй башлауыма мартта бер йыл була. Халыҡ беҙҙә һәйбәт. Эшем дә ныҡ оҡшай. Етәксебеҙ Татьяна Олеговна беҙҙе хөрмәт итеп, һәр беребеҙ өсөн гелән борсолоп тора. Быға тиклем дә ҙур теләк менән эшләгәйнем, хәҙер ошондай шәп бинабыҙ булғанда, тағы ла дәртләнеберәк эшләйәсәкбеҙ, - ти почтальонка Миңлегөл Гресик. Әйткәндәй, яңы бинала кейем кейеп ҡарай торған бүлмә лә бар, сөнки бында тиҙҙән Ozon, Wildberries кеүек интернет-магазиндары, шулай уҡ Почта Банк эшләй башлаясаҡ. Хәҙер ауыл халҡы телефон аша ғына үҙенә кәрәкле әйберҙәргә заказ биреп, почтанан килеп алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. - Ошондай йәмле бина төҙөгәндәре өсөн бар ауыл халҡы исеменән рәхмәт әйткем килә. Бындай төҙөлөштәр ауыл халҡына булған иғтибарҙы, тимәк ауылыбыҙ йәшәй икәнде белдерә. Шулай уҡ халыҡҡа эш урындары булдырыла тигәнде аңлата. Беҙ барыбыҙ ҙа бик шат. Бигерәк тә машинаһы булмаған кешеләр өсөн яҡшы, бер урынға килеп, барлыҡ йомоштарыңды үтәргә була, - тигән рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе барлыҡ ауыл халҡы исеменән Миңзәлә Язғарова. Эйе, заманса бина ауылға йәм биреп, үҙенә саҡырып тора. Уны төҙөү өсөн ҙур аҡса һалынған. Почта бүлексәһенең эсе барлыҡ заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Почтальондар өсөн дә айырым бүлмә бар. Почта бүлексәһе ауыл халҡын тағы ла күп йылдар ҡыуандырып торһон!
Татьяна СТАДОЛЬНИКОВА, хаҡлы ялда: - Мин почта бүлексәһендә 25 йыл эшләнем. Хаҡлы ялға сыҡҡаныма 22 йыл. Беҙ эшләгән саҡта гәзит-журналдар яҙҙырыусылар бик күп булды. Ауылыбыҙҙа халыҡ та күп ине. Почта бүлексәһенә иртә менән килеп, мейескә үҙебеҙ ут яғып йылыта инек. Шунан ауыр сумкаларыбыҙҙы йөкмәп, почта таратырға сығып китәбеҙ. Хеҙмәттәштәрем менән бергә-бергә татыу эшләнек. Яңы бинаны күргәс, хатта кире эшкә сыҡҡы килеп китте. Почтальондар өсөн ҡыуанам. Пенсиям ҙур булмаһа ла, йыл да гәзит-журналдар алдырып уҡыйбыҙ.
Розалия НАЗАРОВА. Автор фотолары.