Был көндө йыйылыусылар яугир ауылдаштарыбыҙҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды, уның иҫтәлегенә ошондай сара үткәреүселәргә рәхмәт әйттеләр. Сараға Хәлит Сәғит улының һәм Руслан Фәзит улының яҡындары ла килгән ине. Улар батыр егеттәребеҙҙең спортты яратыуҙары тураһында һөйләне.
Волейбол буйынса ярышта бөтәһе ете команда ҡатнашты. Уйын бик көсөргәнешле барҙы, һәр команда дәртләнеп, сәмләнеп көс һынашты. Беренселекте бер команда ла биргеһе килмәне. Әммә ярыш булғас, еңеүсе лә, еңелеүсе лә була. Сәмле һәм ҡыҙыу волейбол ярыштары түбәндәге һөҙөмтәләр менән тамамланды. “Йәштәр” командаһына етеүсе булманы, улар беренсе урынды яуланы. Ә икенсене “Ветерандар”, өсөнсөнө “Өлкәндәр” командалары алды.
Был ярыштар илебеҙ тыныслығы хаҡына һәләк булған ҡаһарман ауылдаштарыбыҙҙы онотмау билдәһе. Яугир яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеге мәңге хәтерҙә буласаҡ.
Зимфира Хөсәйенова.
Үтәгән ауылы.