Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Декабрь 2024, 04:13

Яңыбишауылдарға трактор кәрәк

Яңыбишауылдарға трактор кәрәкУрындағы башланғыстарҙы хуплау буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙғарылды.

Яңыбишауылдарға трактор кәрәкЯңыбишауылдарға трактор кәрәк
Яңыбишауылдарға трактор кәрәк

Иҫке Бәпес ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Бишауыл ауылында йыл аҙағында урындағы башланғыстарҙы хуплау буйынса граждандар менән фекер алышыу булды. Унан алда урындағы инициатив төркөм һәм ауыл хакимиәте тарафынан йыйылышҡа әҙерлек саралары үткәрелде.
Ошо йәһәттән ауыл халҡы менән ике тапҡыр осрашып, һөйләшеү уҙғарылды. Унда Яңы Бишауыл ауылына ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙар, буласаҡ проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡса табыу мәсьәләләре һәм башҡалар ҡаралды.
Күпселек тауыш ауылға роторлы МТЗ-82 тракторы һатып алыуға бирелде.
- Ауыл биләмәһе өсөн трактор бик кәрәк. Юлдарҙы таҙартыу, сүп-сар түгеү һәм башҡа эштәр етерлек. Ауылда йәшәүселәр быны яҡшы аңлай. Шуға ла трактор һатып алыу теләге ҙур, - ти ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин.
Ун кешенән торған инициатива төркөмө төҙөлдө. Уға ауыл хакимиәте белгесе булып эшләгән Фирүзә Абдуллина етәкселек итә.
Конкурс комиссияһы 2025 йылдың яҙында еңеүсе-проекттарҙы билдәләйәсәк. Яңыбишауылдарҙың изге ниәте тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Зөлфирә Кинйәғолова,
Иҫке Бәпес ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас