Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Декабрь 2024, 17:58

Йылмайыу Хикәйә

Тырҫ-мырҫ килеп, бар донъяға үпкәләгәндәй, барыһына асыуланғандай баҫып торған Нургизәнән алырға теләмәйҙәр, күрәһең.

Йылмайыу ХикәйәЙылмайыу Хикәйә
Йылмайыу Хикәйә

"Тәмлекәс" бер аҙна Нургизә, бер аҙна магазин хужабикәһе Лира эшләй. Иғтибар итте Лира, Нургизә эшләгән көндәрҙә һатыу насар бара. Кешеләр аҙ ингән була.
Тырҫ-мырҫ килеп, бар донъяға үпкәләгәндәй, барыһына асыуланғандай баҫып торған Нургизәнән алырға теләмәйҙәр, күрәһең.
Ауыл ҙур бит, эргәлә генә тағы бер магазин асылды. Лираның конкуренттары етерлек хәҙер.
– Эй Лираҡайым, май ҡояшы кеүек балҡыйһың бит, әйкәйем! Магазиныңда нимә генә юҡ, барыһы ла сып-свежий. Көтәсәккә лә бирәһең, ҙур рәхмәт үҙеңә. – Гөлниса әхирәткәйе эй маҡтай уны, эй ҙурлай. Теленән бал тама, тиерһең. Шундай татлы телле ҡатынҡай.
Маҡтағанды кем яратмай инде. Лира ҡәнәғәт йылмая. Ысынлап та, май ҡояшы кеүек балҡый.
Бөгөн Нургизәнең көнө. Магазинда ул эшләй. Төштән һуң Гөлнара ингәйне. Гөлнара менән Нургизә әхирәттәр, серҙәштәр. Тура һүҙле Гөлнара:
– Берәй проблемаң бармы? Һөйлә, күңелеңә еңелерәк булыр, – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Юҡ, бар нәмә яҡшы. Гел генә йылмайырға мин бейеүсе түгел дә инде.
– Бер йылмаймай, турһайтып тик тора. Царевна Несмеяна, – тиҙәр бит.
– Мәскәй тимәгәс, ярай инде. Үткән аҙнала ғына Зифа апай стерванан һалдырып әрләп сыҡты. Ҡаршы әйтмәҫкә тырышып, тыйылып ҡалдым. Икенсе көн инеп бер нимә булмағандай һөйләште. Улы СВО- ла бит. Баламдың бер хәбәре юҡ, шылтыратмай ҙа, исмаһам, тип ҡайғырып йөрөгәнендә мин эләктем. Үпкәләмәҫкә, аңларға тырыштым инде, – тине Нургизә. Йылмайып ҡуйҙы.
Ысынлап та, йылмайыу килешә уға. Йөҙө асылып, нурланып китә. Матур ҡатын ул. Тик һуңғы арала әллә донъя баҫа, әллә күңеле төшмәй, сәсен киҫтерергә, буярға ваҡыты етмәй ҙә ҡуя. Һуңғы тапҡыр ҡасан биҙәнгестәр алғайны әле?! Күптәнән, ахыры, иҫенә төшөрә алманы... Бер уйлаһаң,
күршеһендә генә Таңһылыу апай йәшәй. Тап унан үрнәк алырға кәрәк тә бит. Йәше етмешкә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә ул. Малдары, ҡош-ҡорто етерлек. Ҡырҡ мәшәҡәт инде ауыл ҡатын-ҡыҙының. Ихатала, өйҙә эш бөтәме?!
Бик тырыш ул. Бар нәмәгә өлгөрә. Апайҙың ҡиәфәте һуң?
Ҡатын һәр саҡ әле генә матурлыҡ салонынан ҡайтҡан кеүек. Һары сәстәре бөҙрәләнгән. Тырнаҡтар буялған. Килештереп биҙәнгән, ҡаштар һыҙылған булыр. Ғәҙәти көндәрҙә еңелсә, байрам көндәрендә шартына килтереп, сағыу биҙәнә.
Бирсәткә кейеп кенә тотонғас, ҡулдары аҡ, йомшаҡ ҡына, тиреһе ярылып бөтмәгән. Уның биҙәнмәгән сағын береһенең дә күргәне юҡтыр. Бөхтә, зауыҡлы кейенә. Гел йылмайып һөйләшә үҙе.
Нисек бар нимәгә өлгөрә ул апай, иҫтәр китер.
Таң һылыу ғына түгел, гел һылыу апай! Йәштәргә унан үрнәк алырға кәрәк, тип уйлай Нургизә.
Күпкә йәш булһа ла, уның кеүек була алмай шул Нургизә.
Бөгөн яҡшы кәйеф менән уянды ул. Яратҡан күлдәген үтекләп кейҙе. Килештереп биҙәнде.
Магазинға йылмайып инде. Һатып алыусыларға яғымлы, итәғәтле булырға тырышты. Барыһы менән йылмайып һөйләште.
– Бөгөн бигерәк матурһың, күҙ теймәһен үҙеңә! – тип маҡтап сыҡты Гөлкәй апай.
Хәйерле иртә, уңышлы көн теләне уға ла Нургизә.
Уңышлы көн теләне Исмәғил күршеһе. Башҡалар ҙа йылмайҙы, хәл-әхүәлен ихлас һораштылар.
Барыһы ла яҡшы кәйеф менән ингән кеүек. Әллә Нургизәгә шулай тойолдо.
Һатыу бөгөн, Аллаға шөкөр, һәйбәт барҙы. Ауылдаштары ғына түгел, юлдан үтеүселәр ҙә алды. (Магазин оло юлға яҡын урынлашҡан, кеше күп инә).
Кискә ныҡ ҡына арыһа ла, Нургизә үҙенән ҡәнәғәт ҡалды. Үткән көнө оҡшаны ҡатынға. Һәр ваҡыт шулай булырға кәрәк, тигән һығымтаға килде ул.

Римма Әхмәтйәнова

Сығанаҡ: хикәйәләр төркөмө

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас