Улым йәшлегендә күрше ауылға бер ҡыҙ артынан йөрөй башланы. Бабайҙан ҡалған матай бар ине, шуның менән сығып китә. Көн һайын. Ике ауыл араһы ун саҡрым тирәһе. Матайының уты ла юҡ. Ул ҡайтып ингәнсе күҙҙе лә йоммайым, имен ҡайтырмы, тип көтөп ятам.
Көҙгө һалҡын ямғырҙарҙа ла сығып китә. Әсә йөрәге балаһы өсөн борсола бит инде. Ул ауылдан беҙҙең мәктәптә иҙән йыуыусы ҡатын эшләй. Беҙҙең ауылға килен булып төшкән. Шул ҡатындан улым йөрөгән ҡыҙҙың ата-әсәһе, ҡыҙҙың үҙе тураһында һораштым. "Атаһының айныған көнө юҡ, әсәһе ялҡау, нисә инһәң дә, баҫҡыс төптәре балсыҡҡа ҡатҡан галош менән тулы. Ҡыҙы культура буйынса уҡый,"--тине.
Ошо һүҙҙе ишетеүгә йәнем көйҙө. Ялҡау әсәнән ялҡау ҡыҙ тыуғандыр. Ундай ҡатын менән улым нисек ғүмер итер икән, тип уйлайым. Етмәһә, атаһы иҫерек, ти. Һикһәненсе йылдарҙа ауыл ирҙәре ныҡ эсте бит. Беҙҙең ауылда ла, араҡы булмаһа, бал әсетеп, ул да булмаһа, одеколон эсәләр ине. Магазин алды тулы иҫерек ирҙәр була торғайны. Үҙебеҙҙә эскелек менән мауығыусылар булмағас, бик ерәнә инем эскән кешенән. Уларҙы күрһәм, нервылана башлайым. Шундай кешене нисек ҡоҙа итермен, тип борсолам. Унан һуң, үҙемдең берҙән-бер улыма киленемде уҡытыусы булыр тип күҙ алдына килтерә инем. Клубта эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар елбәҙәк тойола. Ныҡ уйлағандан һуң, ирем менән кәңәшләшеп, улым менән һөйләшеп ҡарарға булдым. Улым шул ҡыҙҙы ғына яратыуын, уның аҡыллы, тырыш булыуын һөйләй. Мин ышанмайым. Егеме өс йәшлек малайға нисек ышанаһың. Иҙән йыуыусы ҡатын шул ауылда үҫкән, ул күберәк белә бит инде теге ғаилә тураһында. Һөйләшеүҙең файҙаһы булманы. Улым һаман шул ауылға йөрөй. Яҙ еткәс, әсәй, ҡыҙ һорарға барайыҡ, тине.
Барманыҡ. Улымды былай ғына туҡтатып булмаҫлығын аңлап, юҡ сиремде бар итеп, дауаханаға инеп яттым. Йөрәк, тинем. Мин ҡайтҡанда, улым ул ауылға барыуҙан туҡтаған ине. Тап ошо көндәрҙә генә мәктәпкә практика үтергә бер ҡыҙ килгән, башланғыс кластарға. Пенсияға китергә тейешле уҡытыусы урынына ебәргәндәр икән. Яңы уҡыу йылынан шул ҡыҙ уҡыта башлаясаҡ икән. Беренсе күреүҙән үк эсемдән генә, бына бит миңә килен, тинем. Гел йылмайып ҡына тора, асыҡ ҡына ҡыҙ. Һораша торғас, ата-әсәһенең дә уҡытыусылар, атаһының мәктәп директоры икәнен белдем. Ҡоҙалашһаҡ, һөйләшер һүҙҙәр ҙә буласаҡ, тип ҡыуандым. Иҫерек, фермала эшләүсе ҡоҙа менән нимә һөйләшергә була. Ә бында һөйләшер һүҙҙәр күп. Етмәһә, мәктәп директоры. Авторитетлы кеше. Әкренләп ул ҡыҙ менән дуҫлаштым. Яңы уҡыу йылы башланғас, уны яңғыҙ әбейгә йәшәргә индерҙеләр. Ул әбейгә барып йөрөйөм, хәйер бирәм. Ҡыҙҙы ла үҙебеҙгә сәйгә саҡырғылайым. Улым төҫкә-биткә лә матур, аҡыллы. Ҡыҙ улымды оҡшатты. Әйтеп тороуҙың кәрәге лә ҡалманы. Яңы йыл алдынан өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Бик шатландым! Уҡымышлы ҡоҙалар менән туғанлашыуға һөйөнөп бөтә алманым. Йәштәрҙән бәпәй көтә башланыҡ. Тик бәпәй юҡ та юҡ. Килен мәктәптә балалар менән эшләүҙән китергә уйланы. Мәктәптә кеше балаһы менән бөтә нервы бөтә, клубҡа эшкә барам, тип ҡайтты бер көндө. "Тәүҙә отпускыңды ал, ял ит, санаторийға барып ҡайт",--тип әйтеп ҡараным. Санаторийға барҙы барыуын. Ял иткәс, тынысланғас, барыбер мәктәпкә ҡайтыр, уҡыусыларын һағыныр, тип уйланым. Улай булып сыҡманы. Бик матур итеп йырлай, бейей ине ул. Мәктәпте ташланы ла, клубҡа методист булып эшкә барҙы. "Кис дәфтәр тикшерәһе юҡ, балаларҙың белеме өсөн яуап бирмәйһең, йырлап-бейеп кенә йөрөйһөң. Мәктәптән һуң культура буйынса уҡырға ингем килгәйне, атай һүҙен тыңлап ҡына индем уҡытыусылыҡҡа",--тине ул.
Шуға күрә балаларҙан арыған икән, тип кенә уйланым. Ысынлап та, клубта эшләй башлағас, нервылары үҙ урынына "ултырҙымы", киленебеҙ балаға уҙып ҡуйҙы. Ейәнгә бер йәш тулып, баҡсаға йөрөй башлағас, ауыл халҡы һүҙ таратты. Имеш, ейәнебеҙ беҙҙең малайға оҡшамаған. Беҙ инде үҙебеҙгә оҡшаған яҡтарын эҙләргә тырыштыҡ. Төрттөрөүселәргә ирем, алыҫтағы олатаһына оҡшаған, ти торғайны. Ауыл халҡы нимә һөйләһә лә, киленгә тел-теш тейҙермәнек. Ҡайһы саҡта күңелгә шик инһә лә, әйтмәнек, ейәнде бик яраттыҡ. Килен эшкә сыҡҡансы ла санаторийға барып ҡайтты. Баланы үҙебеҙ алып алдыҡ. Эшләй башлағас та, санаторийға йөрөүҙәре булып торҙо, йылына икешәр тапҡыр барҙы. Мәҙәниәт эше тынғыһыҙ икәнен килен клубта эшләй башлағас ҡына белдек. Өфөгә лә бик йыш бара. Йә семинар, йә уҡыу тип сығып китә. Коллегам Тәнзилә күҙемде асмаған булһа, был "семинарҙар" күпме дауам итер ине, белмәйем. Бер көн үҙенең кабинетына саҡырҙы ла, райондың элемтә бүлегендә ишетеп ҡайтҡанын һөйләп, шаҡ ҡатырҙы. Ул көндө килен эш буйынса районға киткән ине. Тәнзилә лә алыҫтағы туғандары менән телефондан һөйләшергә барған. Алыҫта йәшәүсе туғандар менән элек шулай районға барып, элемтә бүлегендә переговорный пункт аша һөйләшә торғайныҡ. Әле унан ҡайһы ваҡыт йүнләп ишетелмәй, ишетелмәгәс, ҡысҡырып һөйләшәһең. Ҡолағың һиҙгер булһа, күрше бүлмәлә нимә һөйләшкәндәрен дә ишетәһең. Тәнзилә лә ишетеп ҡалған. "Киленегеҙ сит ир-егет менән һөйләшә. Майҙың алтыһында киләбеҙ, улыбыҙҙы ла алып киләм, һағынғанһыңдыр, эштән расчет алдым, өйҙәгеләр белмәй, китер көндө генә әйтәм, тип әйтте,"--ти.
Тәнзилә һүҙ тарата торған кеше түгел, шулай ҙа кешегә ишетелмәһен, тип киҫәттем дә, өйгә йүгерҙем. Алтынсы майҙы көтөп ултырып булмай бит инде. Әле бер аҙна ваҡыт бар. Малайға әйтеп, ни булһа ла эшләргә, киленде туҡтатырға кәрәк, тип борсолам. Иремә әйттем, иҙән йыуыусы ҡатын һүҙенә ышанып, бер бәхетһеҙ иттең, хәҙер Тәнзиләнең һүҙенә ышанып, тауыш сығарайыҡмы, ти. Бөтөнләй һүҙһеҙ ҡалдым. Улымдан һорашҡас, аптыраным. Ул ҡатынының китерен белгән. "Малай үҙ атаһы янында үҫергә тейеш, әсәй, китһен, тотмайым, нисек кенә матур булһа ла, яратмаған кеше менән йәшәп булмай. Икебеҙ ҙә бәхетһеҙ булып йәшәй алмайбыҙ, былай хет ул бәхетле булһын,"--тине.
Шулай итеп, алтынсы майҙа киленебеҙ китте. Оялһам да, кеше араһына сыҡмай булмай. Эшем шундай. Күҙ йәшемде эскә йотоп, башымды ғорур тоторға тырышып йөрөнөм. Йылдар үтә торҙо. Май айы мәктәптәрҙә бик тығыҙ ай. Сирек тамамлана, имтихандар башлана. Пионерия көнө лә майҙа бит, ул көндө районда йыл һайын сара үткәрәләр. Бер йылды мәктәптең птонервожатыйы ауырып бара алманы, уның урынына балалар менән мин киттем. Шунда эргәмдәге ултырғысҡа үҙем кеүек олоғая барыусы уҡытыусы килеп ултырҙы. Һөйләшеп киттек. "Беҙҙең ауыл ҡыҙы һеҙҙә килен, мәктәптә иҙән йыуа,"--ти. Ул арала сәхнәгә бүләкләнеүселәрҙе саҡырҙылар. Шул ваҡытта бер уҡытыусыға район башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙылар. "Бына был беҙҙең ауыл ҡыҙы, бик тырыш уҡытыусы, өс балаһы бар, ире тракторҙа эшләй. Ауылда аш-һыу мәжлестәренә табын әҙерләшергә лә йөрөй, йәштәр әллә нимәләр белә бит хәҙер. Уҡытыусылар көнөндә бирелергә тейеш булған Рәхмәт хаты ҡайҙалыр аҙашып ҡалған. Был юлы директор үҙе юллап бирҙерҙе. Мәктәптең йөҙө ул, бөтә кеше уны хөрмәт итә. Һеҙҙең ауылдан И. исемле егет менән йөрөгәйне (минең улымдың исемен әйтә), әсәһе иҫерек ҡыҙы тип алдырмаған, тинеләр. Ҡайҙан сыҡҡан һүҙ булғандыр, шул иҙән йыуыусы ҡатын һүҙ йөрөткәндер, тиештек. Егете килмәй башлағас, бик ауыр кисерҙе ул, гел минең эргәмә килеп илай ине. Атаһы иҫерек түгел, ауырыу ине уның. Теге егет үҙе лә бәхетле булмаған, ҡатыны сит ирҙән бала табып, ташлап киткән,"--тип, теге ҡатын һөйләй ҙә һөйләй.
Мин уның һайын ултырған ултырғысымда шыуа барам. Ярай әле, көслө музыка яңғырай. Теге ҡатын сәхнәнән күҙен дә алмай, ауыҙы минең ҡолаҡта, һөйләй ҙә һөйләй. Ул көндө ниндәй выждан ғазабы кисергәнемде үҙем генә беләм. Бына шулай яҙмыш миңә теге саҡта улымдан айырған ҡыҙҙың кем икәнен күрһәтте. Үҙе түгел, апаһы эшләгән булған икән клубта. Ҡайтҡас, улымдан һорайым, һин белгәнһеңдер бит мәктәптә эшләгәнен, ризалашҡан булыр инем, тинем. Белдем, һинең һүҙҙән сығып булмаҫлығы ла билдәле ине инде, әсәй, барыбер риза булмаҫ инең. Хәҙер инде нимәгә иларға, уҙаһы ғүмер уҙҙы, Раушания барыбер минең менән йәшәне, йөрәгемдә йәшәй, тине. Йәшлек йәренән айырып, үҙ улымды үҙем бәхетһеҙ иттем. Әле был арала телефондан ниндәйҙер ҡатын менән һөйләшә. Тегенеһенең балаһы ла бар шикелле. Оҡшатышһалар, балаһы булһа ла, ризалашырмын. Балаң кемде һайлай, шуның менән ҡауышһын икән ул. Араларына инергә ярамай. Яңылышһалар ҙа, беҙгә үпкәләмәҫтәр, үҙе ҡолаған иламай.
Ә. Байегетова.
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы
Фото: Ф.Рәхмәтуллина