Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Декабрь , 20:20

Баймаҡ Ҡарһылыуҙары

Ҡарһылыу йә ҡар бөртөгө булып кейенер өсөн әсәй марля һатып ала ине...

Баймаҡ Ҡарһылыуҙары
Баймаҡ Ҡарһылыуҙары

Был фотолар Баймаҡ районында 1960 - 1970 йылдарҙа төшөрөлгән. Фото авторы Л. Ҡотлоғужина тип ҡуйылған.

Юҡлыҡ заманы. Хәҙер иҫләһәң, ҡалай күңелле мәлдәр булған икән! Әллә бала саҡ булғанғамы?

Ҡарһылыу йә ҡар бөртөгө булып кейенер өсөн әсәй марля һатып ала ине. Уны крахмалда тотоп ҡатыраһың да күпереп торған күлдәк тегәһең. Күлдәккә грузин сәйенең ялтыр ҡурғашынан ҡар бөртөктәре ҡырҡып йәбештерәһең.

Ә Ҡыш бабай күстәнәстәре өсөн ҡапсыҡтар тегеү үҙе бер ваҡиға. Һәр класҡа күпме ҡап әҙерләргә икәнен линейкала әйтәләр. Класта бүлешеп алабыҙ ҙа тегәбеҙ, тышына һүрәт төшөрәбеҙ. Һуңынан эсенә кәнфит-печенье һалынған ҡаптарҙы байрамда Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тарата! Эсендә бер мандарин булһа – оло ҡыуаныс.

Байрамға һәр кем костюмды үҙе әҙерләй. Һатып алынған костюмға жюри ағзалары баһа бирмәгәне хәтерҙә! Ҡарһылыу, ҡар бөртөгө, төлкө, ҡуян, айыу, робот һәм башҡа персонаждар шыршы тирәләй әйләнә ине.

Ә һеҙ Яңы йыл байрамына кем булып кейенә инегеҙ? Шул ваҡытта ятлаған шиғырығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

Автор:Лилия Нуретдинова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: