Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Декабрь 2024, 06:24

Башҡорт кейемен экстремаль шарттарҙа һынаған

“Башҡортостан” гәзите журналисы, өс малай әсәһе Рузилә Ҡолөмбәтова Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт милли кейемендә сәйәхәт итеп ҡайтҡан. Бына ниндәй һығымталар эшләгән ул.

Башҡорт кейемен экстремаль шарттарҙа һынағанБашҡорт кейемен экстремаль шарттарҙа һынаған
Башҡорт кейемен экстремаль шарттарҙа һынаған

“Башҡортостан” гәзите журналисы, өс малай әсәһе Рузилә Ҡолөмбәтова Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт милли кейемендә сәйәхәт итеп ҡайтҡан. Бына ниндәй һығымталар эшләгән ул.

Тиктормаҫ өс малайҙың әсәһе булһаң, өҫтәүенә иң бәләкәйенә дүрт кенә ай икән, урамға сығып килеү ҙә экстремаль спортҡа әйләнәлер ул. Сит илдә сәйәхәт итеү – бигерәк тә!

– Милли кейемдең, тәү сиратта, йәш бала әсәһенә бик уңайлы булыуын аңланым. Күлдәктең иҙеүе бар, йәғни алғы яҡтан төймәгә эленә, шуға ла сабыйҙы имеҙеүе уңайлы. Кейем өҫтөнән таҡҡан биҙәүесем уҡа иҙеү тип атала, ул ҡатын-ҡыҙҙың түшен һәм сабыйҙы сит күҙҙән һаҡлай, – тине Рузилә.

Хеҙәмәттәшебеҙ шулай уҡ күлдәктең эҫе көндә еләҫ булыуын һәм тән тиреһен ҡояшҡа яныуҙан һаҡлауын билдәләне.

– Милли күлдәктәребеҙ тәбиғи туҡыманан иркен итеп тегелә, шуға ла ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн файҙалы, – тип аңлатты хеҙмәттәшебеҙ.

Ҡолөмбәтовтар ғаиләһендә Салауат (7 йәш), Самат (5 йәш) һәм Хаммат исемле уландар үҫә. Милли кейемгә хөрмәт менән ҡараусы әсә ир балаларының күңеленә иман орлоҡтары һала, тиергә урын бар.

– Минән ҡайһы берәүҙәр: “Һеҙ мосолманмы?” – тип һораны. Башыма яулыҡ ябынмаһам да, борондан килгән кейемем асылымды күрһәтеп тора, тимәк, – тип ғәжәпләнеүен йәшермәне Рузилә. – Дубайҙа сариға уранып йөрөүсе һинд ҡыҙҙарын күп осраттым. Ниңә беҙгә лә үҙ кейемебеҙҙе шулай күрһәтеп йөрөмәҫкә?

Хеҙмәттәшебеҙҙең коллекцияһында үҙе теккән селтәр менән ҡашмау ҙа бар, әммә был биҙәүестәрҙе сит илгә алып сығып булмай – уларҙағы боронғо тәңкәләрҙе таможня үткәрмәй.

Фотолар Рузилә Ҡолөмбәтованың шәхси альбомынан алынды.

Автор:Нурзиә Хәсәнова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас