Бөгөн батырлыҡ hәм ныҡлылыҡ өлгөләрен Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй армияһы хәрбиҙәре күрһәтә. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, иптәштәрен, тыныс халыҡты яҡлай, батырлыҡ ҡыла. Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге мәктәбендә ике аҙнаға ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Немец” ҡушаматлы яугир менән осрашыу булды. Әйткәндәй, ул үҙенең тыуған мәктәбенә килеп, уҡытыусылар, 6-сы, 7-се һәм 8-се класс уҡыусылары менән хәрби-ялан шарттарында йәшәү шарттары, Тыуған ил алдындағы хәрби бурыс, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ тураһында әңгәмәләште. Ул уҡыусыларға мәктәп йылдары, ниндәй фәнде яратыуы, хәрби хеҙмәттә иң мөһим булған ниндәй фәндәргә өҫтөнлөк биреү кәрәклеге тураһында ла бәйән итте. Балалар уға шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарын бирҙе.
Шуларҙың береһе ни өсөн “Немец” ҡушаматы алыуы тураһында булды.
- Минең хәрбиҙәргә ҡарата ҡатыраҡ, талапсан булыуымды күреп, командирҙар кәңәшләштеләр ҙә ошондай позывной бирҙеләр, - тип көлөп яуап бирҙе яугир.
Ошо мәктәпте тамамлаған яугир бына инде өс йылға яҡын хәрби хеҙмәттә Тыуған ил именлеге һағында тора. Яҡташыбыҙ Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған. С.М.Чугункин исемендәге мәктәптә белем ала. Мәктәптең 9-сы класын тамамлап Өфөнөң иретеп йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт производствоһы колледжына уҡырға инә. Унда һанлы мәғлүмәт эшкәртеү буйынса оҫта һөнәренә уҡый. Күптәнге хәрби булыу хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән өс йыл элек Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт буйынса хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөй. Хеҙмәтен Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында үтә. Танк ғәскәрендә механик-водитель була. Һуңғы ике йылда Украинала махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тырыш, уңған егетте 90-сы гвардия Витебск-Новгород танк дивизияһының хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция зонаһына яңы килгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү менән шөғөлләнә. Фиҙаҡәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Хәрби батырлыҡтары өсөн», II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», “МХО-ла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградланған, хәрби хәрәкәттәр ветераны.
- Ул бик ярҙамсыл, кешелекле, әүҙем, асыҡ күңелле, класташтары араһында абруй менән файҙаланған егет. Ул шулай уҡ мәктәп волонтеры ла булды. Класташтары һәм минең менән бәйләнеште әле лә өҙмәй, һәр ваҡыт аралашып, хәлен белешеп торабыҙ. Һәр уҡыусымды үҙ баламдай күрәм, шуға күрә һәр береһе өсөн борсолаһың, уңыштары өсөн шатланаһың. Уға хеҙмәтендә уңыштар теләйем. Уҡыусыларым шундай лайыҡлы кешеләр булып китеүе бик ҡыуаныслы, - ти егеттең класс етәксеһе, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлия Йосопова.
- Яугиргә Ер йөҙөндәге иң ҡиммәтле нәмә – тыныслыҡ өсөн тағы бер ҡат рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һеҙ ысын мәғәнәһендә герой! - тине тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Мөхөтдинова.
Әйткәндәй, мәктәп уҡыусылары уҡытыусылар, ата-әсәләр менән бергәләп көҙгө йәрминкә үткәреп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға үҙ өлөштәрен индерҙеләр. Осрашыу аҙағында уҡыусылар яугиргә батырлыҡтары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм яңы йыл бүләктәре, хаттар тапшырҙы.
- Яҡташтарҙың йылы эстәлекле хаттары, тыуған яҡтан посылкалар һәр хәрби хеҙмәткәрҙең күңелен йылыта, хәрби рухын күтәрә. Был бик мөһим һәм кәрәкле эш, - тип билдәләне яугир.
Үҫеп килеүсе быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү - заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләренең береһе. Ошо осрашыу уҡыусыларыбыҙҙың күңелендә батырлыҡ, Тыуған илгә һөйөү, алдыңа килгән һынауҙарға бирешмәүсәнлек, тоғролоҡ тойғоларын уятҡандыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Тиҙерәк тыныс тормош урынлашыуын, егеттәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.