Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Декабрь 2024, 10:18

Көслө рухлы ҡатын ул

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Светлана Федорова – күп балалы әсәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының һөйөклө тормош иптәше лә.

Көслө рухлы ҡатын улКөслө рухлы ҡатын ул
Көслө рухлы ҡатын ул

Буш ваҡыттарында ул ижад итеү өсөн дә ваҡытын таба – уның сығыштары район сараларын биҙәй.
Көтөлмәгән яңылыҡ
Әсәйҙәр көнөнә бағышланған тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Светлана Федороваға, махсус операцияла ҡатнашыусының ҡатыны булараҡ, Рәхмәт хаты тапшырҙы. Уның ире уҙған йылдың декабрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.
- Иремдең ҡарары тураһында мин ул контрактҡа ҡул ҡуйғас ҡына белдем. Уның күп кенә дуҫтары, таныштары махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әлбиттә, быны ҡабул итеү ауыр булһа ла, уның ҡарарын хупланым. Иремдән шылтыратыу­ҙы балалар менән түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Йәй көнө ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Ә хәҙер ул яңынан алғы һыҙыҡҡа юлланды, - тип һөйләне әңгәмәләшеүсебеҙ.
Быйыл Светлана Федорованың өс бер туғаны РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәр.
- Махсус хәрби операция башланыу менән өлкән ағайым Ватанды һаҡлауға баҫты. Шуға күрә, ул үҙ теләге менән барыуы тураһында хәбәр иткәндә, мин быға әҙер инем. Ләкин уртансы һәм кесе ҡустыларым алғы һыҙыҡҡа китергә ҡарар ҡабул итерҙәр тип көтмәгәйнем. Әлбиттә, мин уларҙың һәр береһе өсөн бик борсолам. Әлеге ваҡытта ағайым госпиталдә. Беҙҙең ғаилә юғалтыу ҡайғыһын кисерергә лә өлгөрҙө...- тип өҫтәне ул.
Ғаиләһе
Светлана Петровна – ҡайғыртыусан һәм һөйөклө әсә. Улар тормош иптәше менән Дарья, Арина һәм Марк исемле өс бала тәрбиәләйҙәр. Оло ҡыҙы – Ҡыр­мыҫҡалы гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы. Уҡыуҙан буш ваҡытта ул әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итә. Арина 3-сө класта уҡый. Ул ҡустыһын ҡараша. Иң кесеһе Маркка тиҙҙән ике йәш тула.
Светлана балаларын ихлас ярата. Сәләмәтлеге буйынса сикләүҙәргә (ул һуҡыр) ҡарамаҫтан, улар тураһында хәстәрлек күрә. Уның йортонда һәр ваҡыт тәртип, һәр нимә үҙ урынында.
- Мин Өфөнөң һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн тәғәйенләнгән 28-се коррекцион интернат-мәктәбендә уҡыным. Интернатта тәрбиәселәр беҙҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләнеләр һәм кәрәкле әйберҙәргә – өй йыйыштырырға, кер йыуырға, ашарға бешерергә, бәйләргә һәм тегергә өйрәттеләр. Ул ваҡытта миңә был күнекмәләрҙе үҙләштереү ауыр ине, әммә уларҙың талапсанлығы арҡаһында хәҙер мин өй эштәрен еңел башҡарам, балаларымды үҙем тәрбиәләйем, - тип билдәләп үтте әңгәмәләшеүсебеҙ.
Светлана Петровна балаларын көслө рухлы, сабыр булырға өйрәтә, физик сикләүҙәрҙең кәртә түгеллеген үҙ өлгөһөндә күрһәтә.
Хыялы тормошҡа ашты
Светлана Федорова мәктәп йылдарынан уҡ вокал менән шөғөлләнә. Ул рес­публика фестивалдәрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ә хәҙер район сараларында сығыш яһай. Шулай уҡ шиғырҙар ҙа яҙа.
Светлана Петровна алдына маҡсат ҡуйып, шуға ынтылып йәшәй. Күптән түгел ул үҙенең күптәнге хыялын тормош­ҡа ашырған – уҙған йыл Өфө дәүләт медицина колледжын тамамлап, “Массаж яһаусы шәфҡәт туташы” һөнәрен алған. Шулай уҡ ул юғары белемгә эйә – Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты филиалының психология-­педагогика факультетын тамамлаған.
Ярҙам мөһим булғанда
Федоровтар ғаиләһе Ҡырмыҫҡалы ауылының Тауһеңер урманынан алыҫ түгел урынлашҡан яңы биҫтәһендә йәшәй. 2016 йылда Светлана, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ, ер биләмәһе ала һәм Федоровтар үҙҙәренә йорт төҙөп инәләр. Күп балалы ғаиләгә хозур тәбиғәт ҡосағында йәшәү бик оҡшай. Ауыр ваҡыттарҙа Светлана Петровнаға ҡәйнәһе Лидия Михайловна ярҙам итә.
- Ауыр ваҡыттарҙа мин һәр ваҡыт ҡәйнәмә шылтыратам. Уның менән телефондан һөйләшкәндән һуң үҙемдә еңеллек тоям. Әленән-әле беҙгә килеп ярҙам итеп торғаны өсөн дә уға рәхмәтлемен,- ти ул.
Светлана Федорованың тарихы күптәрҙе илһамландыра. Ул хатта иң ҡатмарлы шарттарҙа ла бирешмәҫкә, ә көрәшеү өсөн үҙеңдә көс табырға мөмкин булыуын күрһәтә.
Ғәлиә КӘРИМОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас