Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Декабрь 2024, 10:24

Ҡырмыҫҡалылар - Ҡоролтайҙа

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең эшен башланы. Яңы ғына ойошторолған дәүләт ҡурайсылар ансамбле Ҡоролтай гимны мәшһүр «Урал»көйөн башҡарҙы.Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары яңғыраны. Съезды баш һүҙ менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев асты. Республика Башлығы Р.Ф. Хәбиров ҡоролтай эшендә ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Ҡырмыҫҡалылар - ҠоролтайҙаҠырмыҫҡалылар - Ҡоролтайҙа
Ҡырмыҫҡалылар - Ҡоролтайҙа

- Ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, - тине ул, - башҡорттар һәр заманда Рәсәйҙең ышаныслы ҡалҡаны булды. Бөгөн дә бөтә халҡыбыҙ МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙамға күтәрелде. МХО зонаһында Башҡортостан егеттәре ҡыйыулыҡ күрһәтәләр. Беҙ яугирҙәрҙең ғаиләләренә ныҡлы ярҙам күрһәтәбеҙ. Өфөлә МХО геройҙарына һәйкәл ҡуясаҡбыҙ. Шайморатовҡа һәйкәл астыҡ. С. Юлаевтың һәйкәлен мотлаҡ йүнәтәсәкбеҙ. Ҡоролтай ошо эшкә әүҙем ҡушылыр, тип ышанам. Яңыртылған Салауат һәйкәле мөһабәт буласаҡ һәм киләсәк быуынға ғорурлыҡ символы буласаҡ. Тел буйынса күп һорауҙар булды. Ошо ябай булмаған пролеманы алға һалып, ғалимдар менән кәңәш иттек. Эш ҡуҙғалды. Яңы 8 полилингваль гимназия астыҡ. Яңы әсбаптар сыҡты. Башҡорт телендә балалар өсөн китаптар баҫыла. 14 декабрь Башҡорт теле көнө,үҙебеҙҙең байрам менән ҡотлайым! Дәүләт ҡурай ансамбле төҙөнөк, Ҡурай көнө булдырылды. 21 октябрҙе Башҡорт бейеүе көнө тураһында Указға ҡул ҡуясаҡмын.

Р. Ф. Хәбиров Баймаҡтағы хәлдәргә баһа бирҙе. - Мине ауыр мәлдә аңлаған, ярҙам ҡулы һуҙған башҡорттарға рәхмәт, тине.

- МХО башланғас, Украинаның оборона министры башҡорттарға мөрәжәғәт итте ҙур статья менән. Яҡшы аңлайһығыҙ нимә теләгәнен. Үҙ яғына ауҙарырға. Уйландым:ни өсөн?! Аңланым-улар башҡорттарҙан ҡурҡалар! Беҙ - яугирҙәр тоҡомо, беҙ-Рәсәйҙең ышаныслы халҡы, патриоты!

- Ерҙәребеҙҙе төрлө ҡаҙыусыларға мәсхәрә итергә бирмәйәсәкбеҙ!

БДБҠ рәйесе Юлдаш Йосопов отчет доклады менән сығыш яһаны. Ул да милләт-ара теләктәшлек, дуҫлыҡ, илебеҙ хаҡы  һәм киләсәге өсөн эшләргә саҡырҙы. Ғаилә, балалар, тел төп йүнәлештәр. Йәштәр, үҫеп килгән быуын беҙҙең мөһим йүнәлеш. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү, туризм. «Айыҡ ауыл» хәрәкәте, сәләмәт тормош. Спорт, милли уйындар, «Бәйге» проекты тормошҡа ашты.

Китап байрамы. Башҡа региондарҙағы милләттәштәребеҙ менән эшләү.Тематик йылдарҙа әүҙем ҡатнашыу. Йәмәғәт ойошмалары менән бер төптән эшләү. МХО буйынса ярҙамдар ойоштороу.

 Артабан процедура мәсьәләләре ҡаралды.Ҡоролтайҙың эш органдары һайланды.

 Секцияларҙа эш барҙы.

Делегаттар 7 секцияға бүленеп эшләне. Мин тарих буйынса ҡатнаштым.

Икенсе тематик йылды «Ватанды һаҡлаусылар йылы» тип атарға тәҡдим булды. Юғалған исемдәрҙе тергеҙеү һәм музей асыу. Башҡорт халҡының символдары. Һәйкәлдәр.

Башҡорт халҡының яугирлек традициялары. Ырымбур губернаторы В. А. Перовский һәм Карауанһарайҙы асыу.Уның башҡорт халҡы өсөн эшләгән эштәре.  В.А. Перовский исемендәге музейҙы Карауанһарайҙа асыу тураһында тәҡдим индерергә. Карауанһарайҙы һаҡлауҙы тәъмин итеү.

Салауат Юлаевтың һәйкәле-башҡорт халҡының һәм республиканың символы. Уны һаҡлау. Реставрациялау. Һәйкәлде Өфөлә урынынан алып, махсус завод цехында реставрациялау планлаштырыла. Дөрөҫ  булмаған имеш-мимеш хәбәрҙәр тараталар. Быға ышанырға ярамай.

 «Өфө-II» ҡаласығы. Уны тергеҙеү һәм музей асыуға Федераль ярҙам көтөлә. Турахан мавзолейын һәм күсмә цивилизациялар музейын үҫтереү.

Фәрғәт Ҡотлобаев, табын ырыуҙарының ҡор башы.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас