Был көндә беҙ геройҙарҙың ҡаһарманлығына ихтирам һәм хөрмәт күрһәтәбеҙ. Уларҙың батырлығы арҡаһында беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарай, илебеҙ һәм уның тарихы менән ғорурлана алабыҙ.
2022 йылдың 24 февралендә башланған махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең республиканан, райондан бик күп ир-егеттәребеҙ хәрби бурыстарын үтәйҙәр. Әлеге көндә беҙҙең илебеҙ, тыныслығыбыҙ өсөн көн-төн алышҡан, яраланып ҡайтҡан ир-егеттәрҙе һәм яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәрҙе беҙ Геройҙар тип һанайбыҙ.
Ошондай геройҙарыбыҙҙың береһе – Яңы Ҡыйышҡы ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Әлмир Үлмәҫҡоловҡа район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Батырлыҡ орденын тапшырҙы.
Әлмир Сәғит улы өлөшләтә мобилизацияға саҡырыла. 2023 йылдың мартында штурм операцияһы барышында яраланып, уң аяғын юғалта. Реабилитация үткәндән һуң протез менән йөрөй. Бөгөнгө көндә ул ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. Тыуған ауылында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә һәм спортты үҫтереүҙә туранан-тура ҡатнаша. Илебеҙ өсөн ауыр осорҙа нәҡ Әлмир Үлмәҫҡолов кеүек кешеләр батырлыҡ, ныҡлылыҡ һәм илһөйрәлек өлгөһө булып торалар ҙа инде.
- Бөгөн беҙ төрлө йылдарҙа Тыуған ил бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөнлөгөн һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүселәрҙе хөрмәт менән телгә алабыҙ. 12 меңдән ашыу ҡырмыҫҡалылы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа иткән, уларҙың яртыһынан ашыуы яу яланында ятып ҡалған.
Беҙ ҡырмыҫҡалы ере тәрбиәләгән Геройҙарыбыҙ Миңлеғәли Шайморатов, Иван Полунин, Василий Белов, Алексей Никифоров, Иван Грачев, Алексей Калганов, Григорий Васильев һәм Дан ордендары кавалерҙары Мостафа Ғәзизовтарҙы оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Бөгөн беҙҙең тыныс күкте һаҡлаған һәр кем - герой. Махсус хәрби операция биләмәһендә атай-олатайҙарының батырлыҡтарын дауам иткән йөҙәрләгән егеттәребеҙ хаҡында ла ҙур ғорурлыҡ менән һөйләйбеҙ. Уларҙың барыһына ла ныҡлы һаулаҡ һәм иҫән-имен Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Светлана Карпова.