“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Учалы районы хакимиәтендә күсмә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде.
Ултырышта шәхси эшҡыуар Салауат Әсфәндиәровтың яңы автойыуыу бинаһын файҙаланыуға тапшырыу буйынса проекты ҡаралды. Быйыл эшҡыуарҙың төп маҡсаты тәгәрмәс монтажлау һәм автойыуыу өсөн ҡорамалдар, шул иҫәптән робойыуыу өсөн ҡорамалдар һатып алыу ине.
Ултырышта кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу һәм йөк автомобилдәре өсөн автомобиль йыуыу боксын һәм шиндар монтажлау төҙөлөшөнә ҡағылышлы проблемалы мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ Салауат Әсфәндиәров бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль программа сиктәрендә финанс ярҙамы алыуға конкурс процедураһында ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Учалы районы бизнес-шерифы Әсхәт Әсәҙуллин тәгәрмәс монтажлау буйынса ҡаралған проектты тормошҡа ашырыуҙа мәғлүмәт-консультация оҙатыуы күрһәтергә планлаштыра. Салауат Әсфәндиәровты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам саралары менән таныштырҙылар.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Учалы районы хакимиәте.