Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Декабрь 2024, 18:09

Өшөгәндә тәү ярҙам

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре тән өшөп туңғанда нисек эш итергә кәрәклеге тураһында иҫкәртә.    

Өшөгәндә тәү ярҙамӨшөгәндә тәү ярҙам
Өшөгәндә тәү ярҙам

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре тән өшөп туңғанда нисек эш итергә кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

Бөтә процесс дүрт стадияға бүленә. Икенсеһендә, тирелә ҡан ҡыуыҡтары барлыҡҡа килгәс, ашығыс рәүештә табип ярҙамы кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, дөйөм һыуыныу һәм туңыуҙың беренсе стадияһында кешегә үҙ аллы ярҙам итергә мөмкин.

Тәү сиратта зыян күреүсене йылы бүлмәгә алып барырға, туңған әйберҙәрҙе (өҫ кейеме, аяҡ кейеме, ойоҡбаш, бейәләй) сисергә кәрәк. Йылы эсемлек, сәй, һөт йәки кофе тәҡдим итергә. Йылы ҡулдар менән туңған аяҡтарҙы һаҡ ҡына һөртөргә. Мөмкин булһа, зыян күреүсене ҡоро йылы кейемгә кейендерергә, уны япма йәки юрған менән уратырға кәрәк.

Туңған урындарҙы ҡар менән һөртөргә ярамай, сөнки капиллярҙар зарарлана һәм тирелә микро ярыҡтар барлыҡҡа килә. Аяҡтарҙы эҫе һыуҙа йәки усаҡ янында тиҙ йылытыу ҙа хәүефле. Был осраҡта тромбтар барлыҡҡа килә, туҡымаларҙың тарҡалыу процесы тәрәнәйә. Майҙар, маздар һәм кремдар ҡулланыу тыйыла – был инфекция ғына тыуҙыра.  Бер нисек тә алкоголь тәҡдим итергә ярамай – башта ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, әммә ваҡыт үтеү менән улар тағы ла тарая. Өҫтәүенә спиртлы эсемлектәр бер нисек тә йылытмай.

Асыҡ сығанаҡтарҙан

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас