Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Декабрь 2024, 17:09

Гәзит бүләк итеп изге эш ҡылалар

“Изге яҙылыу” акцияһына Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова ла ихлас ҡушылды.

Гәзит бүләк итеп изге эш ҡылаларГәзит бүләк итеп изге эш ҡылалар
Гәзит бүләк итеп изге эш ҡылалар

Фәнзиә Фәнүз ҡыҙ был акцияның даими ҡатнашыусыһы булып тора. Бөгөнгө көндә иң мөһиме махсус хәр­би операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең яҡындары иғтибарға мохтаж.

- Беҙ егеттәребеҙгә, уларҙың ата-әсәләренә, яҡындарына төрлө йүнәлештә ярҙам итергә тырышабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашабыҙ. Шул уҡ ваҡытта улар рухи яҡтан да ярҙамға мохтаж. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти халыҡ. Изгелек күрһәтеүҙән тартынмайыҡ. Посылка йыйыуҙа ярҙам иткән, был изге эштә ситтә ҡалмаған барлыҡ ауыл халҡына ҙур рәхмәт, - ти ул.

Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең яҡындары Үтәгән ауылында йәшәүсе Рәсимә Әхмәтйәнова һәм Нәзирә Бикҡоловаға, Һарт-Шишмә ауылынан Әлфирә Сабитоваға киләһе ярты йыллыҡҡа районда башҡорт телендә сыҡҡан “Даирә” гәзитенә яҙылып, бүләк итте.

Изге күңелле кешеләрҙең яугирҙәрҙең ғаиләләренә бүләк итеп гәзиткә яҙҙырыуҙары күңелгә йылылыҡ бирә. Бер нисә йыл рәттән матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында ошо акцияла әүҙем ҡатнашҡан Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡоловаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Республикала Башҡортостан Республикаһы “Нәшриәт йорто” башлап ебәргән “Изге яҙылыу” акцияһы дауам итә. Теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, күмәк балалы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, оло йәштәге кешеләргә яратҡан республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыу бүләк итеп, шулай уҡ эстафетаны дуҫтарына тапшыра ала.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас