Үтәгән ауылынан Радик Йөҙлөкбаев крәҫтиән-фермер хужалығы мал ҡышлатыуға тулыһынса әҙер. Улар ҡыш сығыуға мал аҙығын етерлек туплаған. - Малды ҡышлатыуға зарланырлыҡ түгел. Яҙ сыҡҡансы аҙыҡ етерлек кимәлдә. Һалам әҙерләп өлгөрҙөк, йәй ямғырлы булғанлыҡтан, бесән генә серене, - ти хужалыҡ идарасыһы Филүс Ғәйнуллин.
- Филүс Фәрит улы ышаныслы етәксе һәм яҡшы кеше. Ул бында дүрт йылдан ашыу эшләй. Хеҙмәтенә тоғро, барлыҡ эштәрҙе лә еренә еткереп башҡара. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре уны оҫта етәксе булараҡ белә һәм уға тик хөрмәт менән ҡарай, - ти Рәфил Йөҙлөкбаев.
Әйткәндәй, хужалыҡтың етәксеһе Радик Рәфил улы илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынып, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уның эшен атаһы Рәфил Рәшит улы һәм дуҫы Филүс Ғәйнуллин алып бара. Был хужалыҡ үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә уңышлы эшләй.
Бөгөнгө көндә хужалыҡта 60 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. Шуларҙың 20-һе һыйыр һәм 10 баш үгеҙ аҫрала. Эре мал ҡураға урынлаштырылды. Мал ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин ителә, иртәле-кисле алдарына һалам ташыла. Әлегә һыйырҙар һауылмай. Үгеҙҙәрҙе һуйып Өфө ит комбинатына тапшыралар.
Хужалыҡта шулай уҡ башҡорт тоҡомло 60 ат бар. Аттар әлегә типкенлектә йөрөйҙәр. Хужалыҡ тоҡомло атты үрсетеү буйынса эш алып бара. Аттарҙы Фәрит Хәсәнов көтә. Бынан тыш, хужалыҡта йөҙ баш һарыҡ һәм тәкәләр аҫрала. Әлегә ер туңмайынса улар ҙа көтөүлеккә сығарыла. Һарыҡ көтөүен йәй буйы Шәрифйән Йосопов һәйбәт итеп ҡарай. Ҡар ныҡлап ятыу менән һарыҡтар ҡураға ҡайтарыла.
- Һауа торошо мөмкинлек биргәндә, малдарҙы көтөүлектә тотасаҡбыҙ. Иректә йөрөгән малдар көр һәм сәләмәт була, - ти Филүс.
Хужалыҡтың икенсе йүнәлеше - үҫемлекселек. Бер мең гектар майҙанда ҡарабойҙай, һоло, арпа, бойҙай, арыш үҫтергәндәр. Йыл һайын хужалыҡ ярайһы ғына уңыш йыйып ала. Быйыл да һауа торошона ҡарамаҫтан, күрһәткестәр һәйбәт. Ҡуйырып үҫкән бесәнде Зәбир Ғәйнуллин МТЗ тракторы менән преслап ҡуя. Яҙғы сәсеү эштәре башланыу менән Илфат Иҙрисов ДТ тракторында баҫыуҙа иген сәсеүҙә йөрөй. Ә инде көҙ уңыш өлгөрөү менән комбайнға ултыра. Баҫыуҙан уңышты Мәхмүт Сәйфетдинов “ЗИЛ” машинаһында һәм Риф Латипов “КамАЗ” машинаһында ташый. Игенде һаҡлау өсөн Үтәгән һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылдарында келәт урынлаштырылған. Иген һаҡлау келәтендә лә эштәр көйлө бара. Келәт мөдире Рәмзиә Ғәйнуллина культураларҙың торошон тикшереп тора.
- Техника йылдан-йыл яңыртыла, пресс-йыйыусы һәм башҡа техника һатып алына. “Нива” һәм “Акрос” иген йыйыу комбайндары, К-700, Т-150, 2 МТЗ, 2 сылбырлы тракторҙар, сапҡыстар бар. Урып йыйыу эштәре тамамланыу менән хужалыҡ техниканы Яңы Ҡыйышҡы ауылында урынлашҡан машина-трактор оҫтаханаһына һаҡлауға ҡуйҙы. Әлегә унда техникаға ремонт эштәре башланды. Мәхмүт Байгилдин иретеп йәбештереү эштәре менән булыша.
Быйыл көҙҙән үк трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау эшенә тотондоҡ. Бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылды. Кәрәкле алмаш частарҙы һәм ремонт материалдарын алдан хәстәрләп ваҡытында алып ҡайтабыҙ. Егеттәр тырышып эшләй, үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡара. Техниканы ремонтлау эше менән бер рәттән улар фермала ла ең һыҙғанып тир түгә, - ти Филүс Фәрит улы.
Хужалыҡ идарасыһы Филүс Ғәйнуллин етәкселегендәге хужалыҡта эшләүселәр һәр береһе үҙ эшен белеп атҡара. Киләсәктә лә берҙәм һәм татыу булып, хужалыҡ тағы ла юғары күрһәткестәргә өлгәшер, тип ышанабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.