2024 йыл башынан Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау күләме 6,7 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итәләр.
“Сатырлы” яуаплылыҡ - ул залог булмағанда йәки етмәгәндә бизнес өсөн банктан финанслау алыуҙың ябайлаштырылған ысулы. Механизм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
- Эшҡыуарҙарға кәрәкле финанслауҙы йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтеү мөһим. Бындай ҡоралдарҙың береһе - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһының «сатырлы» яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу механизмы. Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн 6,7 миллиард һум кредит шундай яуаплылыҡ менән тәьмин ителгән», - тип билдәләне статс-секретарь - Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы генераль директоры урынбаҫары Наталья Коротченкова.
- Бөгөн республикала 140 мең самаһы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты үҙ эшен үҫтерә. Уларҙың үҫеше буйынса беҙ уртаса Рәсәй күрһәткестәрен ышаныслы үтеп киттек. Бизнесты артабан үҫтереү өсөн, шул иҫәптән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә мөмкин тиклем күберәк эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек биргән шарттар кәрәк. Бында профилле федераль һәм төбәк ведомстволарының, үҫеш институттарының һәм бизнес-берләшмәнең берлектәге эше мөһим, - тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: “Башинформ”