Әбйәлил районында йәшәгән блогер, оҫта ҡуллы Рәхимә Мусина үҙенең төрлө эштәрен, бешергән тәмлекәстәрен, үлән сәйен әленән - әле социаль дуҫтары менән уртаҡлашып тора. Әле ул чурчхела яһау сере менән бүлешкән.
"Йәйгеһен үҙем яһаған чурчхела тураһында пост менән күптәрегеҙ бүлешкәйне, берәйегеҙ яһап ҡаранығыҙмы-юҡмы шул? Яһамағыҙ, әйҙәгеҙ, тотоноғоҙ, самай ваҡыты. Йәйгеһен емеш-еләк ризығы былай ҙа күп була, ҡәҙере булмай, тәме беленмәй. Чурчхелаға свежий емеш-еләк мотлаҡ түгел, туңдырылғаны ла бара, бары иретеп, һут ҡайнатып алыр кәрәк. Бәлки, банкаларҙа йәй эшләнгән һуттарығыҙ йә ҡуйы, емеш мул һалынған компоттарығыҙ барҙыр.
Иң яҡшыһы, магазинда һатылған һуттар (нектар түгел). Мин "Пятерочка"ла быяла һауытта һатылған 150 һум гранат согын акция мәлендә осһоҙ хаҡҡа алдым.
Рецебы шундай: бер литр һутҡа 100 грамм кукуруз крахмалы йә юғары сортлы он, 200 мл һыу, шәкәр (үҙең теләгәнсә), 200 грамм сәтләүек алаһың. Һутты кәстрүлгә ҡойоп ныҡ итеп эҫетәһең, уға алдан һыуға иҙеп әҙерләгән крахмалды (шәкәр ҙә шунда була) ҡояһың да болғай-болғай ҡуйы кисель хәленә еткерәһең. Хәҙер алдан ваҡлап ҡуйылған сәтләүекте өҫтәп болғатаһың да, утты һүндереп, 15-20 минут тирәһе массаның һыуына биреүен көтәһең. Инде батмустарға ҡойоп сушилкаға (духовкаға) оҙатһаң да була. Чурчхела ҡаҡҡа ҡарағанда тиҙерәк кибә (4-5 сәғәт тирәһе).
Свежий, йомшаҡ сағында тәмлерәк була, һаҡларға булһа, ҡағыҙға йә шыптырға төрөп һыуытҡысҡа тығырға кәрәк", - тип яҙа ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите