Нефтекамала ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында традицион республика спорт фестивале уҙҙы. Ярыштар “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Сарала Башҡортостандың 12 муниципаль районынан ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары ҡатнашты. Коллективтар программаның түбәндәге төрҙәрендә ярышты: оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, арҡала ятып тәнде күтәреү (ҡатын-ҡыҙҙар), бейек турникта күтәрелеү (ир-егеттәр), дартс, сүкәйеп йүгереү һәм ҡатнаш эстафета.
Ярыш йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде:
Административ үҙәге ауыл биләмәһе булған муниципаль райондар командалары араһында ир-егеттәр турниры:
1-се урын – Нефтекама ҡалаһы
2-се урын – Өфө районы
3-сө урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Административ үҙәге ауыл биләмәһе булған муниципаль райондар командалары араһында ҡатын-ҡыҙҙар турниры:
1-се урын – Өфө районы
2-се урын – Нефтекама ҡалаһы
3-сө урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
“Беҙҙә ысын йыйылма команда тупланды – ошо ярыштарҙа тотороҡло рәүештә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ. Коллективта айырым мөхит, тип әйтергә мөмкин: бында төрлө быуын кешеләре, ләкин беҙ барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ”, - тине Өфө районынан ярышта ҡатнашыусы.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Спорт министрлығы.