Ишембай район-ара прокуратураһы «Түләү алыуҙа мутлашыу» статьяһы буйынса 45 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. Республика күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдан ҡатын инвалид тип танылған бәләкәй ҡыҙын ҡарау буйынса пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр алған. 2020 йылдың апрелендә бала вафат булыуға ҡарамаҫтан, әсәһе уның үлеүен пенсия һәм социаль страховкалау фондының территориаль бүлегенә хәбәр итмәй һәм аҡса алыуҙы дауам иткән. 2020 йылдың майынан 2024 йылдың мартына тиклем уға 1,5 миллион һум аҡса түләнгән. Ҡатын уны үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таныған, дәүләткә килтерелгән зыянды ҡаплаған. Енәйәт эше Ишембай ҡала судына ебәрелгән.