+24 °С
Ямғыр
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, биш һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙән 14 йәшкәсә балалар яңы йыл бүләктәре менән тәьмин ителәсәк. Быйыл, Президент указына ярашлы, күп балалы ғаилә составына йәше 23 йәштән уҙмаған, көндөҙгө бүлектә уҡыған 18 йәштән өлкән балалар ҙа инә.
Бындай ғаиләләр 15 декабрҙән һуң Яңы йыл бүләктәре аласаҡ. Уларҙы район-ҡалаларҙағы «Ғаилә» халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге вәкилдәре тапшырасаҡ. Бүләк алыу өсөн ғаризалар яҙырға кәрәкмәй.
Фото: gov.cap.ru