Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2024, 09:30

Салауат Юлаев һәйкәле яңырасаҡ

Республикабыҙҙың милли йөҙөн сағылдырған, халыҡ ҡомартҡыһы булып торған тарихи урындарыбыҙ, һәйкәлдәребеҙ бик күп. Шулар араһында милли батырыбыҙ Салауатҡа арналғаны халҡыбыҙ йөрәгендә айырым  урын биләй.  Әйткәндәй,  2025 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу башлана.

Салауат Юлаев һәйкәле яңырасаҡСалауат Юлаев һәйкәле яңырасаҡ
Салауат Юлаев һәйкәле яңырасаҡ

Был хаҡта интернет селтәрендә, ваҡытлы матбуғатта бик күп әйтелде, яҙылды. Халыҡ өсөн үткәрелгән “Тура бәйләнеш”тә республика башлығы был хаҡта аңлатма биреп үтте:

- Һәйкәлдең торошо беҙҙе бик борсой. Бөтә өлөштәре лә тиерлек, бигерәк тә аттың артҡы аяҡтары – төп ауырлыҡ төшкән өлөш коррозиянан ныҡ зыян күргән. Был һәйкәлдең артабанғы яҙмышына ҙур хәүеф менән янай. Өҫтәүенә постамент буйынса һорауҙар бар. Бөгөн проект Дәүләт федераль экспертизаһының ыңғай баһаһын алды. Реставрация процесы бик ҡатмарлы. Ул хатта һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота, сөнки улар тут арҡаһында яраҡһыҙ хәлгә килгән.

Яңы йылдан һуң республика бюджетында кәрәкле сумманы әҙерләй башлаясаҡбыҙ һәм шунда уҡ эшкә тотонабыҙ. Тағы ла бер-ике йыл торһон әле тип йөрөһәк, һәйкәлде бөтөнләй юғалтыуыбыҙ ихтимал. Эштәр йыл ярым самаһы дауам итәсәк, уның ҡарауы һәйкәлде киләһе быуындар һәм республика өсөн һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ, - тине Радий Фәрит улы Хәбиров.

Фәрғәт Ҡотлобаев, РФ һәм РБ журналистар союзы ағзаһы:
- Мин үҙем һәр нәмәне матурлауға, төҙәтеүгә ыңғай ҡараштамын. Салауат Юлаев һәйкәле буйынса ла шулай уҡ. Уны ҡуйыуға бик күп йылдар үтте. Әлеге көндә ниндәй хәлдә икәнен эс яғынан төшөрөп күрһәттеләр. Дөйөм әйткәндә, һәйкәлдең торошо һәйбәт түгел. Шулай булғас, мотлаҡ төҙәтергә кәрәк. Башҡортостаныбыҙҙың символы урынында ауһынмы ни?! Ул беҙҙең ғорурлыҡ һәм өр-яңы булып баҫһын Ағиҙел ҡаяһына!

Автор:
Читайте нас