Бөгөн 10.00 сәғәттән Башҡортостанда өс юл участкаһындағы юлдарҙа йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте сикләнде. Был һауа шарттары насар булыуға бәйле – ҡар яуа, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеген насарайған.
ХӘҮЕФЛЕ ӨС ЙҮНӘЛЕШ:
???? Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының 33 – 214 километр арауығында (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары);
???? Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлының 0 – 254 километр арауығында (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан, Ҡыйғы райондары)
???? Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының 0 – 98 километр арауығында (Борай һәм Балтас райондары).
Сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 15: 00 сәғәт.
Мөмкин булһа, юлға сыҡмағыҙ!
Рәмилә МУСИНА фотоһы.