Институт белгестәренең «Генетик технологиялар һәм ҙур мәғлүмәттәрҙе анализлау ярҙамында малсылыҡты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле инструменттар эшләү» проекты РФ Хөкүмәте мегагранттары конкурсында еңеү яулай.
Ул 500 миллион һум финанслау ала, был бер нисә мәсьәләне, шул иҫәптән ксенотрансплантация (төр-ара трансплантация) өсөн геномлы үҙгәртеү ярҙамында гуманизацияланған сусҡалар булдырыуҙы хәл итергә мөмкинлек бирә. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә малсылыҡта геном һәм постгеном технологиялары лабораторияһы барлыҡҡа килде, уның өсөн сусҡаларҙың ДНК һәм РНК материалдары биобанкын булдырыу мөһим бурыс булды. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре ағымдағы йылдың көҙөндә бөтә талаптарҙы үтәп, артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн биоматериалдарҙы йыйыу, һынау әҙерләү һәм туңдырыу үткәрә.
Ноябрь аҙағына биохимия һәм генетика институтында биобанктың беренсе версияһы булдырыла, унда түбән температуралы туңдырғыста туңдырылған 1 меңдән ашыу дорок, йоркшир һәм ландрас тоҡомло сусҡаларҙың ДНК һәм РНК өлгөләре һаҡлана. Электрон каталогҡа улар тураһында тыуыу ауырлығы, продуктивлыҡ, кәүҙә оҙонлоғо, аҙыҡтың конверсияһы, ауырыу билдәләре һәм башҡа фенотиплы мәғлүмәт индерелгән. Сусҡаларҙың ДНК һәм РНК коллекцияһы Башҡортостанда малсылыҡтың һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн генетик технологиялар уйлап табырға мөмкинлек бирәсәк.
“Фән һәм университеттар” милли проектының төп маҡсаты — Рәсәйҙе өҫтөнлөклө өлкәләрҙә эшләнмәләр буйынса донъя лидерҙары бишлегенә сығарыу. Ғалимдарға илебеҙҙә йәшәү һәм эшләү уңайлы булһын өсөн шарттар булдырыла, шулай уҡ был өлкәгә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн фәнде популярлаштырыуға ҙур иғтибар бүленә. Заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса программа эшләй башланы. Тикшеренеүселәрҙе алдынғы ҡорамалдар һәм инфраструктура, шул иҫәптән уникаль «мегасайенс» класы ҡоролмалары һәм яңы ғилми суднолар менән тәьмин итәләр. Юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм бизнес берлектәге проекттарҙа ҡатнашырға саҡыра, был илдең үҫеше өсөн алдынғы асыштарҙы тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың Май ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Автор:Аклима Имамова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите