Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2024, 17:07

Өфөлә Бөтә донъя тупраҡ көнөнә арналған сара уҙҙы

Сара барышында билдәле агрохимик-тупраҡ белгесе, биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Зилә Сурағолованы ҡотлау тантанаһы булды.    

Өфөлә Бөтә донъя тупраҡ көнөнә арналған сара уҙҙыӨфөлә Бөтә донъя тупраҡ көнөнә арналған сара уҙҙы
Өфөлә Бөтә донъя тупраҡ көнөнә арналған сара уҙҙы

Өфө урман-техника техникумының уҡыу-тәжрибә хужалығында (лимонарийҙа) Бөтә донъя тупраҡ көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. "Экология" милли проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу ултыртыуға әҙерләнгән тупраҡтың сифатына бәйле.

Сара барышында билдәле агрохимик-тупраҡ белгесе, биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Зилә Сурағолованы ҡотлау тантанаһы булды. Уның тупраҡты өйрәнеү өлкәһендәге күп йыллыҡ хеҙмәте һәм фәнни ҡаҙаныштары беленмәй ҡалманы һәм Тупраҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең почетлы ағзаһы исеме менән билдәләнде.

Сарала шулай уҡ В.В.Докучаев исемендәге тупраҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзалары, баҡса-парк һәм ландшафт төҙөлөшө һөнәре студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә, файҙалы кәңәштәр ала алды. Шуныһы ҡыуаныслы: йәш белгестәр һәм студенттар фәнни ҡаҙаныштарға табан юлда ниндәй ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килеүе хаҡында күберәк белә алды.

– Бөтә донъя тупраҡ көнөнә арналған тантаналы сара кеше һәм тәбиғәт тормошонда тупраҡ ресурстарын һаҡлауҙың мөһимлегенә, уларҙың роленә иғтибар йәлеп итеү йүнәлешендә тағы ла бер аҙым булды. Бындай саралар планетабыҙға һәм уның ресурстарына һаҡсыл мөнәсәбәттең мөһимлеген иҫкә төшөрөү өсөн киләсәктә лә уҙғарылыр, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне йомғаҡлау сараһында Өфө урман-техник техникумының уҡыу-тәжрибә хужалығы (лимонарий) мөдире Фәриҙә Садиҡова.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас