Ғафури районының Красноусол ауылынан Ғибәҙуллиндар 27 йыл бергә йәшәй, шуларҙың 13 йылын улар ата-әсәһеҙ ҡалған балалар тәрбиәләүгә бағышлаған.
Фәрит Фәнис улы һәм Римма Рәхмәтулла ҡыҙы ата-әсәһеҙ ҡалған туғыҙ балаға ысын ғаилә табырға мөмкинлек биргән.
Ғибәҙуллиндар балаларҙы хеҙмәткә өйрәтергә, уларға бөтә мауығыуҙарында ярҙам итергә тырыша. Улар төрлө конкурстарҙа һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша.
Ҡарағыҙ әле, уларҙың ниндәй матур баҡсаһы бар! Күҙҙең яуын алырлыҡ
Ир менән ҡатын бала тәрбиәләү сере менән уртаҡлаша: «Был сер түгел – балаларҙы яратырға кәрәк! Бәхетле ата-әсәләрҙең балалары бәхетле. Ҡыйынлыҡтарға, ауырлыҡтарға ҡаршы бәхетле була белер кәрәк».
Оло йөрәкле Римма һәм Фәнис Ғибәҙуллиндарҙың был изге ғәмәлдәренә һоҡланырға ғына ҡала.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостаным. Яңылыҡтар
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите