Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Декабрь 2024, 10:54

Һәр береһенең ғүмер юлы – сабырлыҡ өлгөһө

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән төрлө тармаҡ белгестәре осрашты.

Һәр береһенең ғүмер юлы – сабырлыҡ өлгөһөҺәр береһенең ғүмер юлы – сабырлыҡ өлгөһө
Һәр береһенең ғүмер юлы – сабырлыҡ өлгөһө

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, нигеҙҙә, ҡыйыуҙар, изге күңеллеләр һәм әүҙемдәр. Беҙҙең өсөн улар - геройҙар, сөнки уларҙың һәр береһенең ғүмер юлы – ныҡлыҡ, сабырлыҡ өлгөһө, йәшәргә һәм кешеләргә файҙалы булырға тырышыу.

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән төрлө тармаҡ белгестәре осрашты. Уларҙың һәр береһе инвалидтарға ярҙам итеү йәһәтенән ниндәй эш алып барыуы, уларҙың борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышыуы тураһында һөйләне.

Күп һорауҙар һаулыҡ һаҡлау менән бәйле ине. Мәҫәлән, район дауаханаһы табибы Әлиә Хафизова рецепт буйынса дарыуҙар алыу, айырым медицина тикшереүҙәрен үтеү һәм башҡалар тураһында һөйләне. Рәсәйҙең Социаль фонды белгесе Римма Кузьмина реабилитациялауҙың техник төрҙәренә эйә булыу өсөн электрон сертификаттар тураһында хәбәр итте.

Сығанаҡ, фотолар: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас