Өфөлә Neuro-Med медицинаһында яһалма интеллектты ҡулланыу тураһында форум үтте. “Фән һәм университеттар” милли проекты буйынса ойошторолған форумды Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы БДМУ-ның киберүҙәге ойошторҙо, тип хәбәр итә Мәғариф һәм фән министрлығы.
Сарала 250-нән ашыу медицина һәм техник һөнәр студенттары, медицина һәм яһалма интеллект өлкәһендә 50 профилле эксперт, шулай уҡ Рәсәй һәм Греция спикерҙары ҡатнашты. Форумдың үҙенсәлеге булып нейрохакатон үткәреү торҙо: унда Өфө, Ырымбур һәм Түбәнге Новгород университеттарынан ҡатнашыусылар, төп инструмент сифатында яһалма интеллектты файҙаланып, медицина һәм кеше һаулығы өлкәһендә инновацион проекттар төҙөүҙә ярышты.
“Форум медицинала яһалма интеллект алгоритмдарын эшләү өлкәһендә эшләгән академик берләшмә вәкилдәренә һәм был эшләнмәләрҙе реаль клиник практикаға индергән компаниялар вәкилдәренә осрашырға ярҙам итте. Форум майҙансығы клиник медицинаға яһалма интеллект нигеҙендә ҡарарҙар әҙерләү һәм индереү өлкәһендәге бик күп проблемаларҙы тикшерергә мөмкинлек бирҙе“, – тип билдәләне БДМУ-ның һанлы кафедраһы программалары етәксеһе Ирина Лакман.
Билдәле булыуынса, “Фән һәм университеттар” (национальный проект “Наука и университеты”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: gtrk.tv