Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Декабрь 2024, 10:27

Машина аҫтында ҡалған

Бәхетһеҙ осраҡ ошо көндәрҙә була...

Машина аҫтында ҡалғанМашина аҫтында ҡалған
Машина аҫтында ҡалған

Күп балалар конькиҙа, саңғыла шыуыу миҙгелен көтөп ала. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белмәй йә тулыһынса үтәмәй. Ошо көндәрҙә Хабаровск крайында ҡыҙғаныс хәл теркәлгән. 11 йәшлек малай ледянкала шыуып төшөп барғанда ҡапыл машина килеп сыға һәм үҫмерҙе бәрҙерә. Һөҙөмтәлә малай ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Әлегә уның хәле яҡшынан түгел, тип хәбәр итә табиптар. Шуныһы билдәле: шыуа торған тау тап машиналар йөрөгән юлға илткән булған. Малайҙың тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ. Хөрмәтле ата-әсәләр! Тиҙҙән Яңы йыл каникулдары етеп килә. Бигерәк тә ошо мәлдә балалар бәхетһеҙ осраҡтарға йышыраҡ осрай. Шуға күрә балаларығыҙ менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләшегеҙ: көндәр йылытып торғанда йылға-күлдәргә яҡын бармаһындар, тауҙан шыуғанда транспорттарҙың юлына илтмәгән урындарҙы һайлаһындар. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит... Видео: социаль селтәрҙәр.

Автор: Гүзәлиә Зәйнуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас