Илдә махсус хәрби операция башланғандан алып, яҡташтарыбыҙ ҡулына ҡорал алып, Тыуған илебеҙ именлеге, яҡты киләсәк хаҡына көрәшә. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Райондың һәр ауылында ирекмәндәр штабы төҙөлдө. Улар унда бергә йыйылып тәмле-татлы ризыҡтар бешерә, маскировкалау селтәре, көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләй.
Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Кармаскалинцы СВОим” ирекмәндәр штабы өҙлөкһөҙ һәм көндәлек режимда эшләй. Кисә бында байрам уңайынан йәнле осрашыу үтте. Уны ойоштороусыһы - Рөстәм Маннанов етәкселегендәге райондың запастағы сик һаҡсыларының йәмәғәт ойошмаһы. Патриотик сарала Урал-Волга буйы идаралығының “Милли Именлек Академияһы” учреждениеһы начальнигы, генерал-лейтенант Ришат Мухаметшин һәм уның коллегалары, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Рушания Хәмәтғәлимова, райондың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусы “Турист” ҡушаматлы яугир һәм ирекмәндәр ҡатнашты.
Мәртәбәле ҡунаҡтар “Кармаскалинцы СВОим” ирекмәндәр штабының эшмәкәрлеге менән танышты һәм эш һөҙөмтәләре күрһәтелгән күргәҙмәне ҡараны. Резида Әхтәмова штабтың эшмәкәрлеге тураһында ентекле һөйләп үтте.
- Беҙҙең ирекмәндәр штабына алтмышҡа яҡын кеше йөрөй. Улар маскиравкалау селтәрҙәре үрә, улар өсөн тоҡтар тегә, мендәрҙәр, окоп шәмдәре эшләйҙәр, яугирҙәр өсөн түшәк һәм эс кейеме тегәләр, беләҙектәр үрәләр, ойоҡбаш, бирсәткәләр бәйләйҙәр, дарыу үләндәрен киптерәбеҙ, яраларҙы дауалау өсөн мазь эшләйбеҙ. Штаб активистары разведчиктар өсөн тәғәйенләнгән “леший” тигән махсус япмалар тегергә лә өйрәнде. Яугирҙәрҙең ихтыяждарына ҡарап, берләшмәнең эшмәкәрлек йүнәлештәре көн дә киңәйә бара.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Иң мөһиме: махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ,- тине Резида Шамил ҡыҙы.
Ришат Ғабдулхай улы ирекмәндәр эшенә ҙур баһа бирҙе.
- Һеҙҙән башҡа ошо осорҙа осраған ҡаршылыҡтарҙы хәл итеү ауыр булыр ине. Ғәйәт ҙур эш башҡараһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, көс һәм энергия, изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем,- тине ул һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы, патриотлыҡ, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә һәм махсус хәрби операция барышында үҙ бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү өсөн тәүге көндән йөк йыйыуҙа ҡатнашҡаны өсөн Венера Латипова, Валентина Яковлева, Тамара Вәхитова, Зилә Сәйфетдинова, Миңлейәүһәр Алдаҡаева, Гәүһәр Мусина, Нуриҙә Вәлеева, Рәшиҙә Ҡыҙрасова, Нәйлә Сираева, Нурия Ғизәтуллина, Райхана Бәшироваларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Штаб етәксеһе Резида Әхтәмова һәм махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәтен тамамлаусы Алексей Плотников “Рәсәй Патриоты” миҙалы менән билдәләнде. Бынан тыш, бер төркөм ирекмәндәр муниципаль район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты алды.
Ирекмәндәр штабы етәкселәре яҡташтар менән даими бәйләнештә тора, шуға күрә уларға нимә кәрәклеген белә һәм был йүнәлештә үҙ эшен алып барырға тырыша.
Әйткәндәй, аҙна һайын махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам оҙатыла. Рөстәм Маннанов етәкселегендәге төркөм махсус хәрби операция башланғандан алып әллә нисә тапҡыр гуманитар ылау ойоштороп, ярҙамды йыйып, яугирҙәр янына барып һәм тапшырып, яҡташ яугирҙәр менән осрашып ҡайтҡан. Тиҙҙән улар тағы юлға сығасаҡ. Рөстәм Фәйзрәхмән улы билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында кәрәкле техника, ҡорамалдар менән дә ярҙам күрһәтелә.
- Беҙҙең ирекле эшмәкәрлек – еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш. Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ,- тине ул.
Ирекмәнлектең асылы – кешеләргә ниндәйҙер ҡатмарлы хәлдәрҙә ихлас теләктәшлек күрһәтеү һәм бер-береһенә ярҙам итергә әҙер булыу. Ирекмәндәр – ғәжәйеп, вайымлы кешеләр, улар эскерһеҙ изге эштәр башҡара, кешеләргә ярҙам итә. Ҙур рәхмәт уларға, ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.
Махсус хәрби операция илде, республикала йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – хәҙер иң мөһим кеше. Беҙ уның өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ,- тип билдәләне Радий Хәбиров.