Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Декабрь , 16:47

Һыуытты! – 30.., – 27...

Бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә ошолай һыуытҡан. Ныҡлы һыуыҡтар оҙаҡҡа килдеме? 

Һыуытты! – 30.., – 27...
Һыуытты! – 30.., – 27...

Ҡыштың сатлама һыуыҡтары ишек шаҡый. Өшөттөрә. “Бөгөн беҙҙә -30 градус һыуыҡ, тип хәбәр итә хәмиттәр”, – тип яҙҙы Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите. Комментарийҙарҙан күренеүенсә, райондың башҡа ауылдарында ла ярайһы уҡ һыуыҡ булған: Үтәгәндә –28, Исхаҡта –23...

Башҡортостандың башҡа райондарына килгәндә, ул тиклем һыуыҡ һауа торошо теркәлмәгән, мәҫәлән, баймаҡтар, -15...-17 булды иртәнсәк, тип яҙа. Өфөлә сағыштырмаса йылы тора: -7...-10 градус. Алдағы көндәрҙә лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар. Республика райондарына ысын ҡыш килде, көндөҙгө һауа торошо уртаса алғанда  –6...-10, төндәгеһе -9...-16 градус тәшкил итәсәк, ҡар ҙа яуасаҡ.

Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/oskon_1932 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: