Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Декабрь , 21:59

Владимир Путин “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын асты

6 декабрҙән теләгән һәр кеше балалар хыялын тормошҡа ашырыр өсөн акцияға ҡушыла ала. Бының өсөн...    

Владимир Путин “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын асты
Владимир Путин “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын асты

#МЫВМЕСТЕ форумында 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин "Беренселәр хәрәкәте"нең “Рәсәй йәштәре.Изгелек” (“Росмолодежь.Добро”) ярҙамында ойошторған “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын асты. “Манеж” Үҙәк күргәҙмә залындағы Яңы йыл шыршыһынан Дәүләт етәксеһе ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың теләктәре яҙылған өс открытканы алды.

Акцияла беренсе булып Белгород өлкәһенән ун йәшлек Маргарита Руцинская ҡатнаша. Мәктәп уҡыусыһы авиатренажерҙа пилот ролендә булырға хыяллана. Мәскәү өлкәһенән 12 йәшлек Таисия Леонова Рәсәй Президентынан бүләк итеп И. Моисеева исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репетицияһына барыу мөмкинлеген аласаҡ. Ул Яңы йылға тап шундай теләк әйткән. Шулай уҡ Дәүләт етәксеһе ярҙамында Донецк Халыҡ Республикаһынан 15 йәшлек Арина Порхал Санкт-Петербургҡа барасаҡ.

Владимир Путиндың “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыуы изге йолаға әүерелде. Йыл һайын Рәсәй Президенты акцияла ҡатнашыусыларҙың хыялдары менән бер нисә открытка ала. 2018 йылдан Ил башлығы 18 яңы йыл теләген үтәне. 

Мәҫәләнбылтыр Президент бер юлы өс баланың хыялын тормошҡа ашырҙы: Көньяҡ-Сахалиндан Кристина Синға ғаиләһе менән Байкал күленә сәфәр бүләк итте, Санкт-Петербургтан Ксения Мазнева үҙен яңылыҡтар алып барыусы ролендә һынап ҡараны, ә Костроманан Никита Мирошниченко Эрмитажға барҙы.

Яңы йыл теләген яҙып, ғариза биреү мөмкинлеге 20 декабргә тиклем елкажеланий.рф акцияһы сайтында бирергә мөмкин, 6 декабрҙән теләгән һәр кеше акцияға балалар хыялын тормошҡа ашырыусы сифатында ҡушыла ала. Теләк шыршыһы”нда ҡатнашыу — ауыр тормош хәлендә ҡалған бала өсөн мөғжизәне күреү мөмкинлеге. Һәр кемдең йөрәк йылыһын мохтаждарға бүләк итеү мөмкинлеге бар.

Йола буйынса Яңы йыл байрамдары алдынан “Росмолодежь.Добро” ярҙамында "Беренселәр хәрәкәте" “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын башлап ебәрҙе. Ул 2018 йылдан алып үткәрелә һәм изге эштәр башҡарырға әҙер меңәрләгән кешене берләштереүен дауам итә. Алты йыл эсендә илдең 89 төбәгенән балаларҙың 210 меңдән ашыу Яңы йыл теләге үтәлгән.

 “Беренселәр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте – Рәсәй Федерацияһында иң ҙур балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр берләшмәһе, ул профессиональ белем биреү ойошмалары уҡыусыларының һәм студенттарының берҙәм тәрбиә мөхитен булдырыу өсөн дәүләт һәм йәмәғәт институттарын берләштерә.

"Беренселәр хәрәкәте"ндә 8,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Даими нигеҙҙә Рәсәйҙең 89 төбәгендә 48 меңдән ашыу беренсел бүлексә эшләй. 2024 йылда Хәрәкәт саралары туғыҙ миллиондан ашыу кешене үҙ эсенә ала. Хәрәкәт эше уҡыуҙан тыш ваҡытта балалар һәм йәштәрҙең ирекле мәшғүллегендә белем биреү ойошмаларында, мәҙәниәт, физик культура һәм спорт, йәштәр сәйәсәте, социаль яҡлау ойошмаларында һәм предприятиеларҙа тормошҡа ашырыла.

"Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм йәштәр менән тәрбиәүи эш программаһын Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре, милли мәҙәни һәм тарихи мираҫ һәм быуындар араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнеш принцибы нигеҙендә тормошҡа ашыра. Маҡсаты – балаларҙың һәм йәштәрҙең һәр яҡлап үҫеше һәм үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн берҙәм тәрбиәүи мөхит булдырыу, ҡатнашыусыларҙа тәжрибә туплау һәм һөнәри йүнәлеш алыу өсөн файҙалы күнекмәләр булдырыу.

“Беренселәр хәрәкәте”нең төп проекттары“Ҙур үҙгәреш” Бөтә Рәсәй проекты, “Беренсе ярҙам” Бөтә Рәсәй проекты, “Зарница 2.0” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйыны, “Беренселәрҙең юннаттары” Бөтә Рәсәй проекты, “Тарих һаҡлаусылар” Бөтә Рәсәй проекты, “Мәктәп классикаһы” Бөтә Рәсәй театр проекты, “МедиаПритяжение” Бөтә Рәсәй проекты, “Беҙ – Рәсәй граждандары!”, “Беренсе саҡырыу” Бөтә Рәсәй проекты, “Беренсе Походтар” Бөтә Рәсәй проекты. “Университет сменалары” белем биреү-туристик программаһы, “Изгелек ҡыл” Бөтә Рәсәй проекты, “Яңғыра” продюсерлыҡ үҙәге, “Беренселәрҙең фәне” Бөтә Рәсәй проекты, “Хәрәкәттә хәүефһеҙлек” Бөтә Рәсәй проекты.

Фото:Кремлин.ру

Автор:Рәмилә Мусина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: